Үҙегеҙ беләһегеҙ, Рәсәй тимер юлдары иң фәҡир ойошмалар иҫәбендә түгел. Эш хаҡы ла ифрат юғары бында, социаль яҡланғанлыҡ та көслө, табыш та йылдың йылы арта бара. Шуға ҡарамаҫтан, компанияла һәр мөмкинлектән аҡса һығырға тырышалар. Ә һеҙ беләһегеҙме, билет хаҡына вокзалдағы барлыҡ хеҙмәттәр өсөн дә түләүҙәр тулыһынса индерелгән. Халыҡ белмәй, шул сәбәпле, һулаған һауа өсөн дә көн элгәре аҡса түләй. Ә инде бында килеп кергән һәр кешенән аҡса сығарыуҙың һәр төрө файҙаланала. Хатта вокзалдар эргәһендәге, ғәфү итегеҙ, бәҙрәфтәр ҙә аҙмы-күпме табыш килтерә.
Ну, беҙҙең халыҡ һәр тинде иҫәпләп өйәнгән, түләүлеһен урап үтергә, аҡсаны янда ҡалдырырға, тегендә-бында йәшенергә тырыша. Шул сәбәпле, нисек әйтергә, санитар бүлмәләре “убыткыға” эшләй башлаған. Әлеге һылтау менән компанияның 80 вокзалында был мәшәҡәтте бушлайға күсергәндәр. Ә ҡалғандары, йәмғеһе 344 тимер юл вокзалы, 2020 йылдың 1 ғинуарынан ошо бүлмәләрҙең ишектәрен бушлай асасаҡ. Бирһен Хоҙай, түҙербеҙ, көтөргә күп ҡалманы.