Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Октябрь 2019, 11:20

Вредный

Урамда тәмәке көйрәтеп торам. Юнир ағай Салауатов килеп сыҡты ла күҙҙәремә текләп:– Һин – вредный кеше! – тимәһенме.

Вредный
Урамда тәмәке көйрәтеп торам. Юнир ағай Салауатов килеп сыҡты ла күҙҙәремә текләп:
– Һин – вредный кеше! – тимәһенме.
Быға ниндәй зыяным тейҙе икән, тип аптырап ҡалдым.
– Һин – вредный кеше! – тине ағай тағы ла уҫал итеп.
– Туҡтале, ағай, һиңә ниндәй зыяным тейҙе? – тим ғәжәпләнеп.
– Миңә түгел, үҙеңә зыян итәһең! Тәмәке тартаһың, һаулығыңа вредить итәһең. Вот, шуға ла һин – вредный!.. – Юнир ағай урам яңғыратып көлдө лә, китеп тә барҙы.
Читайте нас: