Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Октябрь 2019, 16:44

Цирк

Тарихсы Зәкирйән Әминевты “Остап Бендер” һымағыраҡ күрәм. Ғүмер буйы прокуратурала эшләп, төрлө мажараларға тарыған ағайҙың һөйләгәндәрен тыңлай башлаһаң, айырылып булмай.

Цирк
Тарихсы Зәкирйән Әминевты “Остап Бендер” һымағыраҡ күрәм. Ғүмер буйы прокуратурала эшләп, төрлө мажараларға тарыған ағайҙың һөйләгәндәрен тыңлай башлаһаң, айырылып булмай. (Сер итеп кенә әйтәм, уның “мажаралары” тураһында, Аллаһ бирһә, әҫәр яҙырға самалайым).
Бөгөн Зәкирйән ағай “Ағиҙел”гә килеп, студент сағында булған бер хәл тураһында һөйләп китте.
* * *
Студент саҡ. Тәүге тапҡыр циркҡа барҙыҡ. Туалетҡа барғы килде, ҡайҙа икәнен белмәйем. Шул саҡ барабан тотоп, теҙелешеп атлаған “пионерҙарҙы” күреп, моғайын быларҙы шунда алып бараларҙыр тип, арттарынан төштөм. Бер мәл цирк аренаһына килеп сыҡҡанды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Халыҡ геү килеп ҡул саба. Теге “пионер” тигәндәрем бер-береһе менән көрмәкләшә башланы. Баҡһаң, улар лилипуттар икән. Ауыҙ асып тороп булмай бит инде, мин быларға бармаҡ янайым, айырып маташам: “һуғышырға ярамай, йәнәһе”. Халыҡ тәгәрәп ятып көлә. Уйламағанда шулай әртисләнергә тура килде.
Читайте нас: