Хәйерле көн! Бынан алдағы яҙмамда хәбәр итеүемсә, 1 октябрь көндө беҙ әхирәтем Тамара Искәндәриә менән сәйәхәткә сығып киткән инек. Билдәле сәбәптәр арҡаһында ошоға тиклем Бәйләнештәр селтәренә инә алманыҡ. Уның ҡарауы Инстаграмда һәм Фейсбукта көн һайын яҙмалар һала барҙыҡ. Бөгөн беҙҙең юлға сығыуыбыҙға бер аҙна ваҡыт үтте.Ҡыҫҡаһы, сыҡҡан көндө үк беҙ Питерҙан Ригаға остоҡ. Унда кискә тиклем ҡала менән танышып йөрөнөк тә кис яңынан Рига аэропортына килдек. Икенсе көндө иһә таң менән Парижға остоҡ. Париж аэропортына барып төшөү менән, беҙ осраҡлы рәүештә генә элек Рәсәйҙә йәшәгән, сығышы менән грузин ҡыҙы булған Ольга Свиродова тигән тигән ҡатын менән танышып алдыҡ. Иҡтисадсы булып эшләгән был ҡатын буш ваҡыттарында Рәсәйҙән килгәндәрҙе Париж менән таныштырып алып йөрөй икән. Парижда булыуҙың тәүге көнөндә беҙ ҡала менән үҙ аллы танышһаҡ, икенсе көндө ошо Ольга осһоҙ ғына хаҡҡа беҙҙе Париждың иң матур, иҫтәлекле һәм тарихи урындары буйлап алып йөрөнө. Ҡайҙарҙа булыуыбыҙ хаҡында һуңыраҡ тәфсирләп яҙырмын, Алла бойорһа. Шулай ҙа беҙгә иң оҡшаған ҡайһы бер урындарҙы хәҙер үк яҙып үтәм. Иң беренсе сиратта, был - иҫ киткес гүзәл Опера майҙанында урынлашҡан Милли музыка академияһы. Саф алтын менән биҙәлгән бындағы Ҙур опера театрында, баҡтиһәң, ваҡытында Рудольф Нуриев директор булып эшләгән икән! Рудольф Нуриев заманында Париждағы был опера театры яңы бейеклеккә күтәрелә, тип һөйләне беҙгә Ольга. Артабан беҙ Вандон тип аталған майҙанға киттек. Был майҙан, ғөмүмән, Франция ғәскәрҙәренең еңеүҙәренә арналған икән. Ошонда уҡ Наполеонға һәйкәл, Трумфаль арка һәм башҡа билдәле сәнғәт өлгөләре урын алған. Наполеонға ҡуйылған һәйкәл уның еңеүҙәренә арналған барельефтар менән уратып алынған. Ошонда беҙ үҙебеҙҙең гидҡа француз ғәскәрҙәрен пыр туҙҙырған башҡорт яугирҙәре тураһында һөйләп, "Любизар" йырын йырлап күрһәттек. Артабан юлыбыҙ Сена йылғаһы буйында урынлашҡан мөһабәт Нотрдам яңынан үтте. Шулай итеп, Виктор Гюгоның"Собор Парижской Богоматери" романы буйынса йөрәктәрҙе яулаған был тарихи бина менән яҡындан танышырға насип булды. Янғындан һуң ныҡ ҡына зыян күргән Нотрдамды элекке хәленә ҡайтарыу өсөн бөтә донъя буйынса бер аҙна эсендә ҙур суммала аҡса йыйылыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй...Кискә ҡарай Марс яланында урынлашҡан Эйфель башняһын ҡарарға киттек. Баҡтиһәң, киске сәғәттәрҙә был башня мең төрлө уттарға күмелә икән! Унда ошондай гүзәллек менән йәнәш беҙҙең өсөн ҡырағай булып тойолған бер күренеш менән осраштыҡ. Был тегендә лә, бында ла ҙур ғына ҡомаҡтарҙың сабышып йөрөүе ине! Париж менән танышыу "Сөләймән" мәсетендә намаҙ уҡыу менән тамамланды, иншә Аллаһ!