Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Октябрь 2019, 12:09

Ике көн Парижды бер итеп ҡыҙырғас, беҙ поезд менән Монакоға киттек.

Ике көн Парижды бер итеп ҡыҙырғас, беҙ поезд менән Монакоға киттек.

Монако - Францияның эсендә урынлашҡан бәләкәй генә айырым бер дәүләт.

Уның менән хәҙерге ваҡытта Принц Альберт етәкселек итә. Монакола беҙҙе сығышы менән Ғафури районынан булған үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы Гөлназ Үҙәнбаева ҡаршы алды.

Ул үҙенең ҡыҙы Гөлшат менән бына 5 йыл Монакола йәшәп ята икән.

Әйткәндәй, Гөлназдың ҡыҙы Гөлшат менән күптәр унан Бөтә донъя башҡорттарының 5-се Ҡоролтайындағы ҡыйыу белдереү - сығышы аша таныш. Улар күптән түгел генә яңы фатир алып, уны ремонтлау эше менән мәж килеп йөрөп ятыуҙарына ҡарамаҫтан, Гөлназ ханым беҙҙе вокзалда уҡ ҡаршы алды һәм көн ярым ваҡытын беҙҙе Монако менән таныштырыуға арнаны. Әйткәндәй, беҙ бында тағы ла Баймаҡ районында тыуып үҫкән Зөлфиә ханым һәм уның улы Динис менән таныштыҡ. Улар бында йорт һатып алыу маҡсаты менән килгән ине.

Мин Башҡортостандағы иң матур Бөрйән районынанмын, гүзәл тәбиғәтле байтаҡ ерҙәрҙе күрергә тура килде. Шулай ҙа бындағы һоҡланғыс тәбиғәт беҙҙең һушты алды! Тау - ташлы ҡаялар өҫтөндә иҫ киткес мөғжизәүи ҡала төҙөлгән бында кеше ҡулдары менән! Гөлназға рәхмәт йөҙөнән уға үҙебеҙ менән алып килгән селтәр бүләк иттек. Монакола беҙгә Принц Альберттың резиденцияһы янында почетлы ҡарауылдың алмашыныуын ҡарарға ла насип булды.6 октябрь иртәнсәк поезд менән Марсель ҡалаһына килдек. Артабан беҙҙең сәйәхәт MSC Fantasia лайнерында дауам итәсәк.


Ғәҙилә БҮЛӘКОВАның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.