– Күреп торам, эшең күп. Бер генә нәмә һөйләйем дә һыпыртам, – тип теҙеп алып китте. – Әле магазинға инеп, һөйәктәр ятҡан витринаны ҡарап тора инем, һатыусы: “Һеҙ яҙыусымы?” тип һорай. Әһә, гәзит-журналдарҙа минең яҙған әйберҙәрҙе уҡыйҙар икән тип, ҡыуанып ҡуйҙым. “Ниңә улай тиһегеҙ?” тигән булам үҙем.. “Ошо йортта яҙыусылар йәшәй, гел һөйәк алалар”, – ти был.