Парижды заманында Мостай Кәрим, Назар Нәжми күргән, 70-се йылдарҙа Парижға барыу хоҡуғына Муса Ғәли менән Фәүзиә Рәхимғолова лайыҡ булған. Улар ҡайтҡас, бик йылы хәтирәләр яҙып ҡалдырғандар. Мәҫәлән, Фәүзиә Рәхимғолованан һорайҙар икән:
– Фәүзиә апай, һеҙгә Парижда иң нығы нимә оҡшаны? – Фәүзиә апай ике лә уйлап тормаған:
– Миңә Парижда иң нығы Муса Ғәли оҡшаны, – тигән.
– Ни өсөн? – тип һорауҙарына ул:
– Сөнки ул мине ҡарап, ҡултыҡлап ҡына йөрөттө. Әгәр ул ҡарамаһа, мин Парижда аҙашып ҡалыр инем, – тип яуап биргән.
Тамара Искәндәриә менән Ғәҙилә Бүләковаға шундай теләк еткерге килә: һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡарап ҡына йөрөтөгөҙ.