Бала саҡта саманан уҙып тәртип боҙа башлаһаҡ, “Хәсән килә!..” тип ҡурҡыта торғайнылар. Уны күргәнебеҙ ҙә юҡ, кем икәнен дә белмәйбеҙ, ләкин ҡурҡабыҙ. Өлкәндәр яман итеп әйткәс, ҡурҡыныс кешелер. “Ана-а, Хәсән килә!” тиһәләр, шомланып, тирә-яҡҡа ҡаранабыҙ, тиҙерәк һыпыртыу яғын самалайбыҙ...
Үҫкәс, Хәсәндең кем икәнен белдем. Баҡһаң, ҡотобоҙҙо алып торған ул кеше беҙҙең ауылдан 5-6 саҡрымда ятҡан Сәйетбаба ауылында йәшәй икән. Ул кеше аҡылға “бер төрлөрәк” булған, тиҙәр. Хәйер, бер тапҡыр ҙа күргәнем булмағас, өҙөп кенә әйтә лә алмайым.
Бер көн ауылда шомло хәбәр таралды: “Хәсәнде үлтергәндәр!” Ул юлда китеп барғанда машина менәнме, ат менәнме бәрҙертеп киткәндәр, ти.
Халыҡтың ауыҙында Хәсән генә: йәлләйҙәр, төкөтөп киткән кешеләрҙе һүгәләр, уны күреүселәр хәтирәләргә бирелеп, Хәсәнгә бәйле мәрәкә хәлдәрҙе иҫтәренә төшөрә...
... Донъяла тәртип бөттө. Малайҙар түгел, ағайҙар яман “шаяра”. Эх, Хәсән юҡ шул!..