Эйе, бер ниндәй ҙә уйын-көлкө, шаяртыу юҡ, Тамара Ишбулды ҡыҙы менән Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы төйнәлгәндәр ҙә, юлға сыҡҡандар. Маршруттары бик ҡыҙыҡлы һәм бай. Улар ошо минуттарҙа Питерҙа Эрмитажды күрергә хыялланып йөрөй. Бер бәндә ике билет (өсәр мең һумдан) вәғәҙә иткәйне, әле һаман күренмәй.
Иртәгә яҡташтарыбыҙ Ригала буласаҡ һәм ҡаланың иҫке биҫтәһендә Мостай Кәрим эҙҙәрен эҙләйәсәк. Рига хаҡында әҙиптең шиғыры ла бар. Ригала эштәре тамамланғас, улар туп-тура Парижға осасаҡ. О, Париж!.. Назар Нәжми әйтмешләй, һине бығаса күрмәйенсә нисек йәшәнем икән?
Сәфәргә сыҡҡан әҙибәләребеҙҙе Париждан тыш Монако, Марсель, Испанияның Пальма де-Майорка, Ибица, Италияның Неаполь, Леванто, Генуя ҡалалары көтә, аҙаҡ яңынан Марсель һәм Голландияның Эйндховен ҡалаһы аэропортында самолет Мәскәүгә юл ала.
Яҡташтарыбыҙ мөмкин булған һәр бер урында, әлбиттә, wi-fi эләкһә, беҙҙе, йәғни, agidel.rbsmi.ru сайты ҡулланыусыларын, үҙҙәре күргән урындар, мөмкин булған мажаралар менән таныштырып барасаҡ.
Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ! Бындай сәфәр йөҙ йылға бер генә була. Алға, башҡорт ҡатындары, Парижға!