Ауылыбыҙға ҡайҙандыр килгән Ғәйнислам исемле бер ғәрип ҡарт бар ине. Уны халыҡ “Кәкре” тип йөрөттө. Бер күҙе һуҡыр, аҡһап атлай. Бәләкәй генә өйҙә йәшәне ул.
Инәйем (әсәйем) бер буханка икмәкте гәзиткә төрөп, миңә тоттора ла:
– Ошоно Ғәйнисламға апарып бир, – ти.
Алып барам. Батҡаҡ ҡатып, ҡоромланып бөткән ҡулдары менән икмәкте ала Ғәйнислам.
– Ай, рәхмәт инде! – тип ҡала.
Бер көн инәйем мал ҡыуып, кәйефһеҙ генә ҡайтты:
– Хәтерем ҡалды әле, – тине ул. – Өйө эргәһенән үтеп барғанда, анау Ғәйнислам әрләп ҡалды. Сихутығыҙҙы йоҡтороп йөрөйһөгөҙ, ти. (Атайым һыуыҡ тигеҙеп, үпкә сиренән үлгәйне).
– Ә һин уға икмәк ебәртәһең!.. – тинем.
Инәйем тынысланғайны шикелле.
– Тамағы туйған булғандыр. Туҡ кеше ас сағын тиҙ онота шул, – тине.
Бынан һуң да икмәк бирҙе инәйем. Һалҡын ҡыш көндәрендә Ғәйнисламдың урамдан үтеп барғанын күрһә, бар, саҡырығыҙ, сәй эсеп, йылынып сыҡһын, ти.
Ғәйнислам юҡ инде хәҙер. Һалҡын өйөндә туңып үлгән. Йәне йәннәттә булһын!
Йыш ҡына уйлап ҡуям: “Тамағыбыҙ туйыу” менән башҡаларҙың ярҙамын тиҙ онотабыҙ шул...