Мин бәләкәй саҡта беҙҙең ауылда Миңлегөл исемле аҡылы зәғиф ҡатын бар ине. Урамдан үтергә бик ҡурҡа торғайны. Бигерәк тә ир-аттарҙан шөрләй! Уны күреп ҡалһалар: “Миңлегөл, аяғыңды биреп тор!” “Миңлегөл, ҡулыңды биреп тор!” – тиҙәр. Теге бахыр: “Мин аяҡһыҙ нишләйем һуң?” – тип илай-илай йүгерә.
Шул ҡатын, өй эсендә дүрт малай булһаҡ та, гел беҙгә килә торғайны. Инәйем сәй менән һыйлай, тамағын туйҙыра.
Миңлегөлдән һорай икән бер апай:
– Мәрйәмдең дүрт малайы бар, нишләп уларҙан ҡурҡмайһың?
– Улар минән аяҡ-ҡул һорамай, – тигән.
Ул ҡатын юҡ инде хәҙер. Ләкин күңелдә бер төйөн ҡалды: ул ҡатындан аяҡ-ҡул һораусыларға Хоҙай ниңә йөрәк бирмәгән икән?