Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Сентябрь 2019, 10:50

"Малайың көслө икән!.."

Әбүзәрҙең хәтер һандығынан

“Малайың көслө икән!..”
Өсөнсө класты тамамлағас, инәйем мине Стәрлеләге интернатҡа уҡырға алып килде. Ишектән инеүебеҙ булды, беҙҙе малайҙар һырып та алды. Һиҙеп торам: мине тикшерәләр былар. Береһе ҡулымдан эләктереп:
– Әйҙә, беҙҙең менән, – ти.
Инәйем:
– Бар, улым, бар! Интернатты күрһәтерҙәр, – тигәс, киттем малайҙарға эйәреп.
Йоҡо бүлмәһенә алып килделәр. Арыу ғына кәүҙәле бер малай ҡаршыма килеп баҫты ла:
– Давай, көрәшәбеҙ, – тимәһенме.
Башҡалар ҙа сәмләндерә, дәртләндерә башланы. Баш тартһам, ҡурҡаҡ булып ҡалам, тип уйланым да өҫтөмдәге пинжәкте сисеп бәрҙем. Теге малай ҙа еңдәрен һыҙғанды. Бына көрәш башланды, бер-беребеҙгә сат йәбештек. Маташа торғас, теге малайҙы арҡаһына һалдым бит, әй! Малайҙар килеп, яурындан ҡағып китә, хуплауҙары йөҙҙәренә сыҡҡан. Баҡһаң, еңелгән малай араларында иң көслөһө булып иҫәпләнгән икән.
Инәйем менән һаубуллашырға барҙым, малайҙар минең арттан ҡалмай. Шунда береһе инәйемә:
– Малайың көслө икән! – тине.
Ошо һүҙ инәйемә лә тәьҫир итте, буғай, йылмайып ҡуйҙы: тимәк, улы бирешмәйәсәк...
Бер әһәмиәте булмаған ошо ваҡиға тормошомда оло әһәмиәткә әйләнде: үҙ көсөңә генә таянырға кәрәк. Яҙмышым алдыма килеп баҫа ла: “Давай, көрәшәбеҙ!” – ти. Уны арҡаһына һала алмаһам да, серәшәм әле. Хәҙер инде 80 йәшлек инәйемә,“малайың көсһөҙ икән!” тип әйтеп ҡуймаһындар...
Читайте нас: