“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының “Башҡортостан журналдары” филиалы директоры, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллиндың юбилейы – бөгөн уға 50 йәш!
Ҡәләмдәшебеҙ алтын юбилейын оҫта һәм көслө ойоштороусы, үҫеп килеүсе быуындың яратҡан журналының ифрат аҡыллы баш мөхәррире сифатында ҡаршылай. Милли матбаға һынылышлы дәүер кисергәндә “Башҡортостан журналдары” филиалы үҙ ҡанаты аҫтына алған ун редакция ла эшен еренә еткереп башҡара һәм киләсәккә өмөт менән ҡарай. Бында, әлбиттә, беҙҙең директорыбыҙҙың эшмәкәрлеге төп урындарҙың береһен алып тора.
90-сы йылдар башында алыҫ Йылайыр районынан Өфөгә килеп, башҡорт милли матбағаһын халыҡҡа еткереү өсөн еңен һыҙғанған егет бөгөн тәжрибәле медиа менеджерҙарҙың береһе, журналистарҙың, хәбәрселәрҙең яҡын дуҫы һәм кәңәшсеһе. “Башҡортостан” гәзитендә ҡанат нығытып, үҙ темаһын табып, “Дин үә заман” менән тарихҡа инеп, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына лайыҡ булды. Сәлмән Ярмуллин “Йәшлек” гәзитен уңышлы мөхәррирләне һәм журналистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлмән Шәкирйән улы хәләл ефете – Әбйәлил һылыуы Шәүрә менән Арыҫлан исемле егет, Зөлхизә менән Сәлимә исемле ҡыҙҙар үҫтерҙеләр.
Хөрмәтле Сәлмән Шәкирйән улы! Тыуған көнөң менән һине! Иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Һәр ваҡыт шат, ярҙамсыл һәм кәңәшсел булып ҡал!
Һыуҙар кисте, утҡа инде...
Ҡотлауҙар менән, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары редакциялары коллективтары.