Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Сентябрь 2019, 10:29

Юғарынан рөхсәт төштө, быйыл ҡыш буласаҡ. Әбйәлилдә ҡар яуғанын күргән кешеләр бар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡар яуған ҡарағайлыҡта төшкән фотоһы уҡыусылар араһында еңелсә шау-шыу тыуҙырҙы. Беренсенән, Башлыҡтың килгәнен күрмәй-һиҙмәй ҡалғандар, икенсенән, ҡарҙы күрмәгәндәр. Асыҡлыҡ индерәйек, ҡар яуған, таулы төбәктәрҙә ул әле лә ята.

Әбйәлилгә терәлеп ятҡан Силәбе өлкәһендә ҡапыл ҡар яуыуы аварияларҙың күбәйеүенә килтергән. Шулай булғас, беҙгә лә һаҡ булырға кәрәк.
Ә сентябрҙә яуған ҡар хаҡында халыҡ нимә ти һуң? Ҡышҡы кейемгә күсергә иртәрәк түгелме?
Башҡорт халыҡ ырымдары был хаҡта түбәндәгесә аңлата, сентябр аҙаҡтарында ҡар яуһа, ҡырҡ көн ҡара ятыр, ти ул. 20-ләрендә яуҙы тиһәк, ҡарҙың ныҡлы ятыуын ноябрь баштарында ғына көтөргә ҡала.
Ҡабаланма, ҡыш, ҡарыңды яуҙырмай тор. Баҫыуҙарҙа игендәр күренә, сөгөлдөргә яңы төштөләр. Ауыл халҡын мәрхәмәтеңдән ҡалдырма.
Читайте нас: