Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Сентябрь 2019, 14:45

Һеҙҙе “Һеңлекәш” илаттымы? Тимәк, һеҙ йомшаҡ күңелле кеше.

Йәкшәмбе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмының премьераһы ҙур уңыш менән үтте.

Тамашаға кеше ифрат күп йыйылғайны, урындар етмәү сәбәпле, баҫып ҡараусылар ҙа байтаҡ булды.
Кинотеатрҙарҙа, телевизорҙарҙа дауамлы, ҡан ҡойошло, мажаралар менән һуғарылған фильмдарға һәм сериалдарға күнеккән кеше “Һеңлекәш”те ҡарағас, битараф ҡалыуы ла бик ихтимал. Был фильм кешеләрҙең бер-береһенә ихлас, изге һәм яҡты мөнәсәбәттәренә ҡоролған. “Беҙҙең өйҙөң йәме”н уҡымағандар бик һирәктер. Киноны ҡарағас, уҡырға теләүселәр, һис шикһеҙ, күбәйәсәк. Әлбиттә, киноның мөмкинлектәре киңерәк, шуға күрә “Һеңлекәш”те ҡарағанда илап ултырыусылар байтаҡ булды. Фильм, ябай ғына итеп әйткәндә, кешеләрҙең бер-береһенә кешесә мөнәсәбәтенә ҡоролған. Ҡайһы бер картиналар заманына күрә бик бер ҡатлы һымаҡ тойолор. Ләкин ошо ябайлыҡты фильмдың башҡорт ауылында төшөрөлөүе, тулыһынса милли фильм булыуы, әртистәрҙең оҫталығы тулыландыра һәм һоҡланыу тойғоһо уята.
Иң тетрәндергәне шул, фильмда барған ваҡиғалар һәр беребеҙҙең ауылында барған һымаҡ, әйтерһең дә, беҙ үҙебеҙ уның уртаһында ҡайнайбыҙ, Йәмил менән Оксана өсөн борсолабыҙ. Әҫәр ҙә, фильм да беҙҙең өсөн ят түгел. Сөнки беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ яуҙа ҡатнашты, тыл ауырлыҡтарын кисерҙе. Был кинофильм Бөйөк замандашыбыҙ Мостай Кәримдең мәңгелек фәлсәфәһенең дауамы, ерҙә изгелек өсөн урын етерлек, кешеләр бер-береһен яратырға тейеш.
Дәүләт концерт залында – Мостай тантанаһы, уның ижадының байрамы булды тиһәк, һис тә артыҡ түгел. Кино төшөрөүсе оҫталар менән көн һайын осрашып булмай, бындай фильмдар йыл да төшөрөлмәй.
Залда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, режиссер Александр Галибин, сценарист Айҙар Аҡманов, Мостай Кәрим исемендәге фондтың ойоштороусыһы һәм фильмдың продюсеры Тимербулат Кәримов һәм башҡа бик күптәр булды. Тамашасылар кинола ҡатнашыусы әртистәрҙе, айырыуса, Оксана ролен башҡарған Марта Тимофееваны, Йәмилде уйнаған Арыҫлан Ҡырымсуринды һәм башҡаларҙы алҡыштарға күмде.
Фотола: коллегабыҙ Факил Мырҙаҡаев Арыҫлан Ҡырымсурин менән. Факил Мырҙаҡаев фотоһы.
Читайте нас: