Рәсәй Хөкүмәте үҙенең яратҡан халҡына яңы бүләк әҙерләй. Дөрөҫ аңлаһаҡ, бығаса булған байрамдарҙы календарҙан алыу, йәғни, тәртипкә һалыу хаҡында бара һүҙ. Был ҡурҡыныс кемдәргә янай инде? Мәҫәлән, тимер юлсылар, радио хеҙмәткәрҙәре, һауа флотында шөғөлләнеүселәр киләһе йылға байрам итеп тормаһа ла була.
“Коммерсантъ” хәбәр итеүенсә, әлегә был хаҡта һөйләшеүҙәр генә бара, ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, 2020 йылдың 1 февраленән үҙ көсөнә инәсәк.
Рәсәй тимер юлдарында профессиональ байрам көнөн тантаналы билдәләү өс яҡлы коллектив килешеүҙә ҡаралған һәм унан ҡапыл да баш тартыу мөмкин түгел. Һауа флоты һәм радио хеҙмәткәрҙәренең дә дәғүәләре булыуы бик ихтимал.
Әйткәндәй, Хөкүмәт әһелдәре рәсәйҙәрҙең яратҡан байрамдарына күптән яҫҡына һәм тантаналы көндәрҙе кәметергә теләй. Үҙегеҙ беләһегеҙ, байрамдар беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән, хатта башҡаса йәшәргә лә күнекмәгәнбеҙ.
Шулай ҙа эшкә тотоноп, тантаналарһыҙ ғына йәшәргә өйрәнергә тура килмәгәйе.