Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Сентябрь 2019, 15:07

Тауҙан төшөү...

Әбүзәрҙең хәтер һандығынан

Тауҙан төшөү...
Бала саҡ инде шул. Ауыл эргәһендәге Ҡолама тигән тау (асығыраҡ булһын өсөн ошо тауҙың һүрәтен ҡуям) битләүендә ағайымдар менән мал көтөп йөрөйбөҙ. Сәпитебеҙ ҙә бар. Уны тау башына этеп мендергәйнек. Бер саҡ тау аҫтында йөрөгән ағайым ҡул болғай-болғай ҡысҡыра: “Сәпитте бында төшөр!” Тотоп ҡына төшөрөргә була ине ул, мин ни, уны-быны уйлап тормай, ултыр ҙа кит!.. Ул саҡта сәпиттә йүнләп йөрөй ҙә белмәй инем. Эй, елдерә башланы был. Ҡурҡышымдан рулгә сат йәбештем, тура ғына тотам. Шәбәйгәндән-шәбәйә барам, ҡолаҡта елдәр генә һыҙғыра. Осам инде, осам!.. Шул саҡ, йәш тулған күҙҙәр аша ағас өйөмөн шәйләп ҡалдым. Бер ни уйларға ла өлгөрмәнем, өйөмгә килеп тә бәрелдем... Ҡалғанын хәтерләмәйем. Аңыма килгәндә, өйҙә ята инем. Бөтә тән һыҙлай, ҡулды күтәреп булмай. “Сәпит”ебеҙ бөгәрләнеп бөткән. Ярай әле, бер ерем дә һынмаған. Ағайым көлә: “Ун метрлап остоң да ҡуйҙың”, – ти.
Артабан да ошо алабарманлығымдан ҡотола алманым. Йыш ҡына аҡылдан алда дыуамаллыҡ юртып сыға – тауҙан “сәпит”кә ултырып төшәм дә китәм...
Читайте нас: