Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Сентябрь 2019, 10:38

Ҡунаҡ булһаң...

Әбүзәрҙең хәтер һандығынан

ҠУНАҠ
Һигеҙ йәш самаһы булғандыр. Бер көн эсем бошоп торғас, туҡтале, күрше ауылдағы әбейемдәргә ҡунаҡҡа барып киләйем тип, инәйемә әйттем дә сығып киттем.
Мине күргәс, әбейем эй ҡыуанды, шундуҡ самауырына йәбеште. Бигерәк тә уның улы, минән бер йәшкә бәләкәй ҡустымдың түбәһе күккә тейҙе: уйнарға иптәш табылды бит. Донъя хәлдәре тураһында сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә сәй эсеп алғас, әбейем үҙ эшенә тотондо, беҙ үҙ мәшәҡәтебеҙгә сумдыҡ.
Уйын менән була торғас, кис еткәнен дә шәйләмәй ҡалғанбыҙ. Әбейем киске табынға саҡырып һөрәнләй икән. Ҡунаҡ әҙәбен һаҡлап, мул һыйлы өҫтәл янына тыйнаҡ ҡына барып ултырҙым. Алһыуланып ятҡан бәрәмәстәр, майлы ҡоймаҡтар, баллы бауырһаҡтар күҙҙе ҡыҙҙырһа ла, ризыҡҡа үрелмәйем, сабыр итеп, ҡыҫтағандарын көтәм. Күргәнем бар, ҡунаҡ халҡы ҡыҫтағанды ярата ул.
Йомарт әбейем ни, шуны һиҙгәндәй, ашап ултыр, улым, бына бынауһын ауыҙ ит, бынауһын ҡап, тип алдыма тәм-томдо өйә генә. Бер каса сәйҙе бушатып ҡуйҙым, икене... өстө... Ҡорһаҡ тулғанын белдереп, кикертеп ебәрһә лә, күҙ туймай, ҡәһәрең. Етмәһә, әбейем, ҡана, тағы яһайым, тип өлтөрәп тора. Ярай, өсәү һыйған ергә дүртәү ҙә һыйыр, тим эстән. Бындай тәғәм тағы ҡасан эләгә әле!..
“Әппәр” итеп, рәхмәт әйтеп, аш табынынан торғас: “Ярай, балалар, йоҡлағыҙ”, – тип әбейем урын йәйеп бирҙе. Арығас ни, ятыу менән йоҡлап та киткәнмен.
Бер мәл... ниндәйҙер рәхәт йылылыҡтан күҙҙе асып ебәрҙем дә, һәрмәнеп ҡарағайным, ҡотом осто – аҫтым “күл” булған да ҡуйған. Һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Нимә эшләргә? Таң саҡ беленә башлаған. Тауыш-тын юҡ, барыһы ла йоҡлай, күрәһең. Әбейемдәр уянһа, уларҙың күҙенә нисек ҡарармын?
Шым ғына урамға сыҡтым да ауылым яғына һыпырттым. Үҙ-үҙемде әрләй-әрләй йүгерәм: “Убыр! Аскернә! Тамағың арҡаһында, ана, ниндәй оятҡа ҡалдың!” Шулай ҙа күңелде йыуатҡан булам: ярай әле әбейем урынды соланға алам-һалам йәйеп һалған. Ҡунаҡ тип, теге түрбашта торған карауаттағы күпмәгә ятҡырған булһа!..
Ошо ваҡиға миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙе. Аш өҫтәле янында ғына түгел, башҡа осраҡтарҙа ла нәфсене аҙҙырмаҫҡа тырышам – аҫтың “күл” булып ҡуйыуы бар!
Читайте нас: