Башҡорттар араһында ни өсөн байҙар бик әҙ? Уйлап ҡараһаң, үҙ еребеҙҙә йәшәйбеҙ, үҙ-ара аралашыу, бер-береңә ярҙам итеү мөмкинлектәре лә бар һымаҡ. Ләкин донъя кимәлендә исеме яңғыраған башҡорт байҙарын ишеткән юҡ әле. Был нимәгә бәйле? Ошо йәһәттән һорауҙар ғына ҡуйып сығырға булдыҡ. Әйҙәгеҙ, яуаптарын бергәләп эҙләйек һәм уйлайыҡ.
Бәлки, беҙҙең халыҡҡа сауҙагәрлек хас түгелдер?
Бәлки, беҙ бер-беребеҙгә ярҙамсыл түгелдер?
Бәлки, беҙ бер-беребеҙҙе батырабыҙҙыр?
Бәлки, беҙҙә көнсөллөк көслөлөр?
Бәлки... Бәлки... Бәлки...
Хәйер, һорауҙарҙы теҙеп китһәң, осо-ҡырыйы булмаҫ. Шулай ҙа, “Башҡорттар араһында ни өсөн байҙар бик әҙ?” тигән төп һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ. Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, дуҫтар!