Заставаңдан килеп алғансы тип, мине музвзводҡа беркетеп торҙолар. Бер ниндәй музыка ҡоралында уйнай белмәйем үҙем. Шулай ҙа Стәрлетамаҡтағы 2-се интернатта уҡығанда ҡурай һыҙғыртырға өйрәнеп, арлы-бирле “Әпипә”не маташтырҙым, ауылда туристарҙан бер сирек “бал”ға алмаштырып алған гитараның, көйө сыҡмаһа ла, ҡылына һуға беләм. Бар һөнәрем шул. Ә бында – тынлы оркестр!.. Нимә тип музвзводҡа беркеткәндәрҙер, аңламайым. Заставанан мине һораусы ла, эҙләүсе лә юҡ.
Бер көн музвзвод командиры саҡыртып алды ла:
– Бына һиңә, – тип үҙем ҙурлыҡ барабан тотторҙо, һуғып та күрһәтте.
– Һалдаттар һул аяғын баҫҡан һайын, бер ритмда ғына һуғаһың.
Һуғып ҡарайым – килеп сыға бит, әй. Хатта командир маҡтап, миңә “илһам” ҡанаттары үҫтереп ебәрҙе.
Плацҡа сыҡтыҡ. Бына бойороҡ яңғыраны: “Равняйсь!.. Смирно!.. Шагом марш!..” Тынлы оркестр марш уйнап ебәрҙе. Ә мин... барабанға һуғырға онотҡанмын, ҡәһәрең. Ҡаушаным, буғай. Ләкин үҙемде ҡулға алып өлгөрҙөм һәм “шап” та “шоп” барабанға тондора башланым. Командирыбыҙ әйләнеп, ниҙер ишаралай, мин иһә, был дәртләндерергә самалай тип, барабанды тағы ла ҡыҙыуыраҡ төйәм. Штаб командиры полковник Вавилов янынан үтеп киткәс кенә аңланым хәлде: һалдаттар аяҡ күтәрә – мин барабанға тондорам икән... Бына нимәгә булған взвод командирының ишараһы! Һуңынан командирыбыҙ тетмәмде тетте, әлбиттә. Шуның менән онотолдо, сөнки штаб командиры ла был турала бер ни өндәшмәгән. Күрәһең, уның да ҡолағына айыу баҫҡандыр.
Тормошомда ла шулайыраҡ мин: кеше ыңғайына атлай белмәйем, йыш ҡына ритмды боҙоп ҡуям. Миңә барабан тоттормағыҙ!..