Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Сентябрь 2019, 09:24

Улымдың һорауы

Улымдың һорауына яуап бирә алманым...

Бер бите – ай, береһе – ҡояш...
Улым әкиәт уҡып ултыра торғас, минән һорап ҡуйҙы:
– Атай, бер бите – ай, береһе – ҡояш нисек була ул?
– Матур кешеләргә шулай тип әйтәләр, – тип аңлатам.
Улым уйлап торҙо ла, тағы һораны:
– Бәй, ике йөҙлө кеше матур буламы ни?
Уның был һорауына яуап бирә алманым...
Читайте нас: