НЫҠЫШ, ҠЫЙЫУ ҺӘМ ТӘҮӘККӘЛ...
Сөләймән Йәнғәли улы Латыпов – әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш исем. Уның үҙенсәлекле драма әҫәрҙәре Башҡортостандың, башҡа төбәктәрҙең театр сәхнәләрендә уңыш менән барҙы. Шулай уҡ сатира һәм юмор өлкәһендә үткер ҡәләме менән танылған әҙиптең бер нисә проза китабы донъя күрҙе.
Бөгөн “Тамаша” журналын етәкләгән яҙыусы ниндәй өмөт-хыялдар яҡтыһында йәшәй, үткәндәргә боролоп ҡарап, ниндәй һығымталар яһай – ошо һәм башҡа һорауҙар менән уға мөрәжәғәт иттек.
– Сөләймән исеме – ныҡыш, ҡыйыу, ҡәтғи һәм тәүәккәл тигәнде аңлата. Ул – изге күңелле, башҡаларҙы хәстәрләй. Ул – аҡыллы. Ул – юлбашсы. Һәр бер ҡатмарлы һәм буталсыҡ хәлдәрҙән сыға белә. Бәләкәйҙән – үҙ аллы.
Әйҙә, Сөләймән ағай, әңгәмәне исемеңде аңлатҡан ошо мәғәнәләрҙән башлайыҡ. “Бәләкәйҙән үҙаллы”. Ысынлап та, шулай инеңме?
– Ҡыҙыҡ... Бындай исемгә ҡоролған әңгәмә менән тәү тапҡыр осрашам.
– Халҡыбыҙ “исемендә – есеме” тигән. Исем – ул тормошта йөрөткән контур. Һинең береһенә лә оҡшамаған холҡоңдо һәм тормошоңдо күҙ уңында тотоп, әңгәмәне исемең биргән мәғәнәгә ҡорҙоҡ. Үҙең дә тормошта шундай көтөлмәгән алым һәм ысулдар менән эш итергә яратаһың, шулаймы?
– Шулай итеп, Һин – “Бәләкәйҙән үҙ аллы”?
– Джек Лондондың “Белый клык” тигән китабындағы бүреләр йыш ҡына күҙ алдыма килә. Бала сағымды уйлай башлаһам, үҙемде “Белый клык” урынында күрәм. Әгәр мин дә, ана шул китапта яҙылған бүре балаһы кеүек, йәшәргә ынтылышым, сослоғым, аҡылым булмаһа, әле һеҙҙең алда ултырмаҫ инем. Яҙмыш миңә етемлек бүләк итте. Үгәй атай, күп балалы ғаилә. Бөгөн килеп шуны әйтә алам, моғайын, Аллаһы тәғәлә мине тыуған мәлдән ауыр-ауыр тормош үтһен тигән һынау ҡуйғандыр. Сөнки, ауырлыҡты үтеп сыныҡҡан кеше генә тормош ҡәҙерен аңлай. Икенсенән, етемдәр һәр саҡ үҙаллы, сөнки ул – яңғыҙ. Тик үҙенә таянып йәшәй был социаль төркөм. Уларҙың тормошҡа ҡарата ошо ҡарашы ғүмер буйы бара. Ул ғына түгел, үҙаллылыҡ юлдашына, кәңәшсеһенә, ҡоралына әйләнә. “Белый клык” тың атаһы ҡыйыу, көслө генә түгел, ә аҡыллы һәм сос була. “Белый клык” та (атаһының ҡаны ярҙам иткәндер инде) һыу баҫыу үлеменән тап ана шул сифаттары арҡаһында ҡотола. Мин дә, Иҫке Собханғол урта мәктәбенән һуң флотта хеҙмәт итеп ҡайттым. Флотта 12 диңгеҙ һәм Атлантик океанын “кисергә” тура килде. Ошондай донъя күреп ҡайтҡас, Әтек ауылы ғына түгел, Бөрйән районы минең өсөн тар булып сыҡты. “Белый клык” һуңғы секундта яр өҫтөнә һикергән кеүек, мин дә Өфөгә, башҡалаға табан һикерҙем.
– Йәғни, Сөләймән исеме – ныҡыш, ҡыйыу, ҡәтғи һәм тәүәкәл тигәнде аңлата, тигән сифатҡа килеп еттек.
– Бәлки. Тәүәккәл булмаһам, баш ҡалаға табан юл тотмаҫ инем. Икенсенән, минең йәнде бер нәмә көйҙөрҙө. Флоттан Өфөгә килеп төшкәс Башҡорт дәүләт университеты ятаҡтарына барғайным. Ҡараһам, минең күрше кластарҙа (беҙҙә 4 параллель класс булды) уҡыған малайҙар институтта, университетта уҡып йөрөй. Әлбиттә, уларҙың күбеһенең ата-әсәһе Бөрйән районың түрәләре ине. Мин тегеләрҙән һорайым: “Һеҙ армияға барманығыҙмы ни?” “Юҡ. Беҙгә уҡырға кәрәк. Икенсенән, һин хеҙмәт иткәс еткән”.
Миңә ҡыйын булып китте. Нисек инде, мин ил һаҡлайым тип өс йыл ғүмеремде бирҙем. Американың “Гермес” һәм “Кеннеди” исемле авианосецтарын ҡарауыллап йөрөнөк. Әгәр һуғыш була ҡалһа, беҙ уларҙы батырырға тейеш инек. Ә был мәлдә минең класташтар ил һаҡлау урынына дискотекала типтерә, ҡыҙҙар оҙата... Сәмләндем. Мин дә уҡыясаҡмын тигән маҡсат ҡуйҙым. Башҡорт дәүләт университтетының юридик һәм филология факультетына ситтән тороп уҡырға индем. Бер юлы ике факультетта уҡыным һәм өс урында эшләнем. Был маҡсатыма ирешкәндә күпме ауырлыҡтар һәм ҡыйынлыҡтар кисергәнемде һөйләмәйем, сөнки уларҙы иҫкә ала башлаһам, үҙемә ҡыйын булып китә. Бая әйткәнемсә, Аллаһы тәғәлә яҙмышымды ошолай билдәләгәндер инде. Мине шыңшый тип бер үк уйлай күрмәгеҙ, киреһенсә, мин былар менән бөгөн маһаям. Сөнки, йырҙа ла бит “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр генә күрмәй, ат башҡайы менән ир башы” тип йырлана.
– Өс урында эшләнем тип шаштырмайһыңмы?
– Әлеге мәлдә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов менән йәш саҡта университет һуҡмағын бергә тапағайныҡ. Ул да һинең кеүек ышанманы. Шаштыраһың, ти. Ул көнө календарҙың 20-һе ине. Заводтарҙа аванс бирәләр. Үҙем менән эйәретеп алып киттем. Аксаков урамында урынлашҡан заводҡа инеп аванс алып сыҡтым, унан Коммунистик урамындағы “Птичий завод”ҡа инеп тағы аванс алдым. Салауат шаҡ ҡатты... Ул әле лә йәш саҡтағы шул мәлде йылы итеп иҫкә ала, аптырап һәм һоҡланып һөйләй.
– Птичий завод?.. Өфөләме? Ундай заводты ишеткәнем юҡ...
– Бар. Әле лә эшләй. Ул – 210-сы завод. Мин эшләгән саҡта түрәләре гел ҡош фамилиялы ине. Соколов, Орлов, Ястребов, Воробьев... Шуға “Птичий завод” тип йөрөттөләр.
– Джек Лондон тигәндән, бер нәмә иҫкә төштө. Университтетта уҡығанда һиңә Мартен Иден тигән исем таҡҡандар икән. Шул дөрөҫмө?
– Ижадың менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙән.
– Ысынлап та, уҡыған йылдарымда күп яҙҙым. Яҙыусылыҡ ене ҡағылғайны. Яҙам да, бер мөйөшкә һалып ҡуям, яҙам да һалып ҡуям.
– Ниңә редакцияларға тәҡдим итмәнең?
– Ваҡыты етмәгән ине, тип уйланым. Балтасы саба-саба оҫтара тигәндәй, яҙа-яҙа оҫтарырмын тигән ниәт менән ижад иттем. Бер мәл, яҙған хикәйә, нәҫер, юмореска һәм башҡа ҡулъяҙмаларым шул ҡәҙәр күбәйҙе – мөйөштә ҙур өйөмгә әйләнде. Бына шул саҡта миңә Мартен Иден исемен сәпәнеләр. Ул саҡта Мартен Идендың кем икәнен белмәй инем. Ул китапты табып уҡыным. Ысынлап та, автобиографиябыҙ күп яҡтан оҡшаш булып сыҡты. Һуңғараҡ бер хикәйәмде тотоп “Совет Башҡортостаны” гәзитенә барҙым. Әҙәбиәт бүлеген ул саҡта яҙыусы Рәшит Солтангәрәев етәкләй ине. “Шунан, мырҙам, хикәйәң һәйбәтме?” тип һорай. Мин: “Юҡ, әллә ни һәйбәт түгел”, тим. “Һәйбәт булмағас, ниңә гәзиткә баҫырға алып килдең?” “Әллә...”
– Бер ҡатлылыҡ түгелме был?
– Эскерһеҙлек бар шул. Ул минең ғүмерлек бер сифатым. Мәҫәлән, армияға киткән саҡта Айская урамында военкоматта медосмотр үтәбеҙ. Казармала трусикка ҡәҙәр сисендек тә врачтар ултырған яҡҡа киттек. Ашығып медицина карточкаһын онотҡанмын, шуға кире сисенгән урынға барҙым. Казармала бер кем дә юҡ. Йүгереп кейемем ятҡан урынға килһәм, кейемем өҫтөндә унар һумлы аҡсалар өйөлөп ята. Кейем өҫтөндә генә түгел, ике ун һум иҙәнгә төшкән. Аптырап киттем – ҡайҙан был аҡсалар һәм ниңә минең кейем өҫтөнә һибелгән? Ҡараһам, икенсе ярус койка ятҡан салбар кеҫәһенән тағы ике унлыҡ аҡса күренеп ята. Бына ҡайҙан аҡсалар төшкән булып сыҡты. Мин, иҙәндәге һәм кейемдә ятҡан унлыҡтарҙы йыя башланым. 120 һумды йыйҙым да теге аҡсалар күренеп ятҡан салбар кеҫәһенә тыҡтым. Аҙаҡ, үҙем менән килгән иптәш малайға шул турала әйттем. “Бигерәк бер ҡатлы кеше икәнһең” ти теге. “Ниңә?” тим. “Шул 120-нең алтмыш һумын үҙ кеҫәңә тыҡһаң, ул һиңә рәхмәт кенә әйтер ине”. “Уның аҡсаһын алған... урлаған өсөн ул миңә рәхмәт әйтер инеме?” “Кәнишнә! Һин бит уға алтмыш һумын кире һалдың, үҙенә бирҙең”. Мин аптырап ҡалдым. Ысынлап та, шулай килеп сыға. Логика буйынса. Тик, мин ауыл балаһы. Беҙҙе намыҫлы итеп тәрбиәләнеләр. Әсәйем урлашыу насар нәмә, кешенекенә теймә – эшләп алған ғына һинеке, тип тәрбиәләне. Шуға мин теге иптәшемә: “Юҡ, миңә кеше аҡсаһы кәрәкмәй” тип кенә ҡуйҙым.
– Беҙҙең олигархтарҙы шулай тәрбиәләһәләр, илебеҙ күптән алға киткән булыр ине.
– Тәрбиә милләттән, халыҡтан киләлер ул. Березовскийҙың китабы нисек башлана: “Беҙҙе бала саҡтан аҡса табырға өйрәттеләр. Теләһә ниндәй юл һәм ысул менән...” Бына шулай тип яҙа ул. Эшләргә түгел, ә табырға – был, минеңсә, ҙур хилафлыҡ һәм гөнаһ.
– Беҙҙең һорауға әйләнеп ҡайтайыҡ. Рәшит Солтангәрәев алдымы хикәйәңде?
– Тәүҙә әрләне. “Кеше редакцияға шедевр яҙҙым. Бындай хикәйәне береһе лә яҙа алмай тип әҫәрен маҡтап килә. Ә һин... “әллә”. Шулай тигәс, хәҙер ул хикәйәйеңде минең дә уҡығым килмәй. Ярай, ҡалдыр. Ваҡытым булһа, ҡарармын” тип сығарып ебәрҙе.
– Бер аҙнан ул телефондан шылтырата. “Бик шәп хикәйә яҙғанһың. Маладис, мырҙам. Мин Сафуанға бирҙем. “Башҡортостан пионеры” гәзитенең баш мөхәрриренә. Ул да оҡшатҡан. Иртәгә тотош бер бит итеп сығарасаҡтар. Икенселәй редакцияға шедевр яҙҙым тип кил. Ишеттеңме?” – ти. Ысынлап та, иртәгәһенә хикәйәм сыҡты. Бына шулай башланып китте минең ижадым. Маҡтауҙан.
– Яҙыусыға маҡтау кәрәк инде...
– Маҡтау тигәндән, бер мәл Матбуғат йортоның өсөнсө ҡатында “Вечерняя Уфа” гәзитенең бер хеҙмәткәре менән һөйләшеп торабыҙ. Шул саҡ Мәскәүҙә йәшәгән һәм ижад иткән данлыҡлы драматургыбыҙ Азат Абдуллин килеп сыҡты ла: “Һаумы Башҡортостандың буласаҡ йондоҙо һәм данлыҡлы драматургы” – тип минең менән күрешә. Ҡаушап ҡалдым. Әҫәрҙәре менән донъяла танылыу алған оло шәхес ауыҙынан ошондай һүҙҙәр ишетеү мине аптырауға һалды. Шуға: “Азат ағай, һеҙ яңылышаһығыҙ. Мин ундай данлыҡлы түгел” – тинем. “Юҡ, ҡустым. Мин яңылышмайым. Мин һиҙәм һәм күрәм. Һин тап шундай кеше буласаҡһың” – тине.
– Ул саҡта драматургияға аяҡ баҫҡайныңмы?
– Аяҡ баҫҡайным, тип әйтеп буламы икән... Ул саҡта Татарстандың Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия драма театрында бер пьесамды ҡуйғайнылар ғына.
– Ни өсөн Татарстанда? Улар һине драматург булараҡ астымы?
– Мөмкинме был һорауға яуап бирмәйем.
– Сөнки ул һорауға яуапты мәҙәниәт һәм сәнғәт менән ҡыҙыҡһынған, йә ошо өлкәлә эшләгән һәр кем белә.
– Мин белмәйем, мәҫәлән? Ни өсөн унда беренсе ҡуйҙылар?
– Сөнки Башҡортостандың күп таланттарын Татарстан асты. Шунан һуң ғына беҙҙекеләр күреп ҡала. Минең менән дә шулай булды. Икенсе пьесаны М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйҙы. “Көнләш, Америка, көнләш!”те күҙ уңында тотам. Унан – Йәштәр театры “Амазонка”ны, Ҡурсаҡ театры “Дуҫ булайыҡ”ты, Туймазы театры “Ол-я-ля”ны, Салауат театры һәм башҡалар...
– Хәмдиә Латипова – ижадташың. Ә ул ижад процессы нисегерәк бара?
– Шаулы. Улым бәләкәй саҡта иптәш малайы уйнарға килгән. Бер мәл ул: “Унда, күрше бүлмәлә, атайың менән әсәйең әрләшә, мин ҡайтайым,” – тигән. Улым: “Юҡ, улар әрләшмәй, улар пьеса яҙа” – тип тегене тынысландырған. Бәхәс, килешеү-килешмәү, төрлө варианттар менән эшләү һәм башҡа алымдар ярҙамында тыуа әҫәр. Ҡайһы саҡ, мин яҙған тотош күренештәрҙе Хәмдиә алып һелтәй әҫәрҙән. Материалдан ситкә киткәнһең, тип кенә ҡуя.
– Мәсетле ҡыҙы бит. Борғатья ауылынан. Ғөмүмән, республиканың төньяҡ районы кешеләре шулайыраҡ. Салауат районы хакимиәтенең элекке башлығы бер мәл миңә шундай һорау бирҙе: “Әйт әле, Сөләймән, ни өсөн Салауат Юлаев беҙҙән сыҡҡан? Әйтәйек, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла, йә башҡа райондан түгел?” – тип һораны. Мин аптырап ҡалдым: ысынлап та, ни өсөн? Әйҙә, һин яуабын әйтеп ҡара әле...
– Әйтмәйем. Үҙең уйла. Ә яуабын мин беләм.
– Ҡуй әле, уҡыусыларҙы ыҙалатма. Ысынлап та, ни өсөн Салауат Юлаев Салауат районынан сыҡҡан?
– Әйтмәйем.Уҡыусыларығыҙ ҙа уйланһын. Мин бер ай уйландым, тик шунан һуң ғына яуабын таптым.
– Ҡыҙыҡ. Ярай, уйланһындар. Исемгә бәйле тема менән башлағайныҡ әңгәмәне. Дауам итәйек. Сөләймән исемендә “Һәр бер ҡатмарлы һәм буталсыҡ хәлдәрҙән сыға белә” тигән мәғәнә ята.
– Исемгә бәйлеме, юҡмы был хәл, белмәйем. Ләкин мин йәш саҡта гел ҡатмарлы хәлгә эләгә торғайным. Әмәле табылмай торған. Бәлки, шул ярҙам иттеме, шулай сыныҡтыммы, ысынлап та, ҡатмарлы хәлдән сығыу миңә ниндәйҙер ләззәтлек бирә. Рәхәтлек кисерәм.
– Ҡыйын хәлгә осрау, хәл итә алмаҫлыҡ пробелмалар һиңә ләззәт бирәме?
– Эйе. Әллә, ышанмайһыңмы?
– Ышанмайым. Сөнки, кешеләр ундай хәлдә ҡыйынлыҡ кисерә, нисек арынырға белмәй. Ә һин, киреһенсә, шатланаһың. Аңлап етмәйем.
– Тап ана шул ҡыйын хәлдәрҙән сығыу, проблемаларҙы хәл итеү беҙҙе көсәйтә. Ир кешеләр үҙҙәрендә көс, ышаныс тоя. Антуан де Сент-Экзепюри нимә тигән: “Беҙҙе үлтермәгән нәмә, беҙҙе көслө итә” тигән. Шуның кеүек, ошо проблемаларҙан, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу һөҙөмтәһе беҙҙе ҡыуандыра. Һәр хәлдә мине. Мәҫәлән, бер миҫал килтерәм. Армиянан ҡайтып ҡыҙҙар күҙләгән саҡта Өфөнең Октябрь проспекты башындағы “Юбилейный” (хәҙер “Молодежный”) һарайына яңы йыл ҡаршыларға барҙым. Уртала матур шыршы, ә халыҡ – һабантуйға йыйылғанмы ни!.. Шул саҡ кисәне алып барыусы урталағы ике ултырғысҡа балалар пирамидаһы (төрлө төҫтәге түңәрәктәр йыйылмаһы) һалды ла, ике егеткә сығырға ҡушты. Матур ҡара костюм кейгән мине күреп: “Әйҙәгеҙ, һеҙ – беренсе. Тағы берәү кәрәк”, – тип ҡулыма йәбеште. Икенсе егет минең тиҫтерҙәге урыҫ малайы булып сыҡты. Беҙҙең күҙҙәрҙе бәйләп өс тапҡыр әйләндергәс, ултырғыста тирелеп ятҡан пирамиданы йыйырға ҡуштылар. Мин пирамиданың үҙәген һәрмәп таптым да, түңәрәк ҡулсаларҙы ҙурынан бәләкәйләтә барып йыя башланым. Ә пирамиданың осонда торған түңәрәкте алайым тигәйнем, иҙәнгә тәгәрәп төштө лә китте. Иҙәнде һәрмәп пирамида осон эҙләйем. Табам тип алға аҙым яһағайным, яңылыш теге уйынсыҡҡа ботинкам тейҙе лә, уйынсыҡ тағы ситкә тәгәрәне. Ә минең күҙ бәйле, бер нәмә күрмәйем. Халыҡ көлә. Ҡыҙыҡ та инде күҙе бәйләнгән кешенең иҙәндә һәрмәнеп йөрөүе. Шул саҡ артҡа аҙым яһаным да һәрмәнеп теге урыҫ малайының ултырғысын таптым. Һәм шунда ятҡан пирамида осон алдым да, үҙемдекенә кейҙерҙем. Әле генә минән көлгән халыҡ “Молодец! Он победил!” тип ҡул саба башланы. Күҙҙе ҡаплаған яулыҡты сискәс, алып барыусы ҡыҙ: “Сослоғо менән Сөләймән еңде!” тип ҡулымды күтәрҙе лә ҡурсаҡ бүләк итте.
– Был баяғы ҡыйын хәлдән сығыуҙы тулыһынса раҫлай. Мөмкин булһа, тағы берәй миҫал килтермәҫһеңме?
– Ундай хәлдәр күп был тормошта. Барыһын да һөйләй башлаһам, бер китап буласаҡ.
– Ижадҡа, драматургияға ҡағылышлы ҡыҙыҡ хәлгә тарығаның да булғандыр?
– Бер хәлде һөйләйем әле. Мәскәүгә Руза ҡалаһына семинарға барырға тейеш инем. Тик боҙло ямғыр арҡаһында самолетҡа һуңланым. Аптыраманым, таңға табан Санкт-Петербурка остом. Унан тиҙ йөрөшлө поезд менән Мәскәүгә килдем. Семинар етәкселәре бындай маршуртҡа юл хаҡын түләүгә ҡаршы булды. Мәскәүҙә ултырған Мәҙәниәт министры имза ҡуйһа, түләйбеҙ, тинеләр. Киттем мииистрға. Ишектә “идет совещание, не входить” тигән яҙыу тора. Секретарь ҡыҙ юҡ. Мин ишекте шарт асып барып индем. Ҡарайым, түр башында министр, уны ике яҡлап унлаған кеше ултыра. Инеү менән, инициативаны ҡулдан ысҡындрмаҫ өсөн: “Барығыҙға ла Ҡояшлы Башҡортостандан ҡайнар сәләм! Мин Рузаға драматургтар семинарына килгән драматург. Тик, объектив сәбәптәр арҡаһында Санкт-Петербург аша килдем. Бухгалтерия юл хаҡын түләү өсөн һеҙҙең имзаны һорай.” Шулай тинем дә билеттар ҡушылған ғаризаны министрҙың ҡулына тотторҙом. Россия Мәҙәниәт министры һәм уның эргәһендә ултырған кешеләр ауыҙҙарын асып өлгөрмәне, мин ярты эште эшләп тә ҡуйҙым. Министр аптырап, берсә – миңә, берсә ҡулындағы ҡағыҙҙарға ҡараны. “Ысынлап та, Санкт-Петербург аша килдегеҙме, тине лә билеттарға ҡарай. – Точно Санкт-Петербург аша”. Унан эргәһендә ултырған иптәштәренә ҡараны. “Һеҙ драматургия үлеп бара, тиһегеҙ. Бына Башҡортостандан ниндәй орел, драматург. Бындай егеттәр булғанда драматургия үлмәйәсәк. Шулаймы? “Барыһы ла шаулашып уны хупланы. Ә берәүһе: “Башҡорттар барыһы ла шулай ҡыйыумы?” – тип миңә ҡараны. Мин яуап биреп өлгөрмәнем, икенсеһе минең урынға яуап бирҙе: “Әлбиттә, Салауат Юлаевы уларҙың ни тора!..” Өсөнсөһө ҡушлыды: ”Эйе, Емеля Пугачев менән улар...” Дүртенсеһе: “Кстати, бына Салауат Юлаев тураһында пьеса юҡ. Бына уның турала яҙырға ине. Урыҫ менән башҡорт дуҫлығын сағылдырып”. Тәүгеһе: “Бына алдыбыҙҙа драматург тора. Уға ҡушайыҡ. Яҙаһығыҙмы Салауат Юлаев тураһында?” тип миңә ҡараны. “Мин уларҙың яуап көтөп торған күҙҙәроенә ҡараным да:”Эйе” тип баш һелктем. Ә үҙем министрҙың имза һалыуын көтәм. Министр: “Егет беҙгә йомош менән килгән, ә һеҙ уға эш ҡушаһығыҙ. Хотя, ул булдырыр, күҙ ҡарашынан күрәм”. Шулай тигәс имза ҡуйҙы. Унан ҡағыҙҙарҙы миңә кире һуҙып: “Тик икенселәй беҙгә, Мәскәүгә Лондон аша килеп ҡуймағыҙ” – тине. Мин аңламай: “Ниңә, ярамаймы?” – тип һораным. “Һиҙәм, һеҙҙең Лондон аша ла килеүегеҙ бар. Тик һеҙгә түләргә долларҙарыбыҙ юҡ” – тип йылмайҙы. Барыһы ла уның һүҙен ҡеүәтләп, көлөп ебәрҙе. Мин рәхмәт әйттем дә нисек индем, шулай сығып киттем.
– Был хәлдән сығыуын сыҡҡанһың да, икенсеһенә эләккәнһең.
– Салауат Юлаев тураһында пьеса яҙҙыңмы?
– Өндәшмәгәс, яҙырһың тип өмөтләнәйек. Ярай. Сөләймән исемендә ошондай мәғәнә лә бар: ул изге күңелле кеше, башҡаларҙы хәстәрләй.
– Был минең йомшаҡ яҡ. Шул арҡала йыш ҡына ыҙаланам. Үҙемә зыян күрәм ҡайһы саҡ. Сөнки, изге күңелле икәнемде белеп, ҡайһы берәүҙәр елкәгә ултыра. Шулай икәнен белһәм дә изгелек күрһәтәм. Бала саҡта бер әкиәт-нәҫер уҡығайным. Баҡа ҡыр өйрәгенең елкәһенә менеп ултыра. Ҡыр өйрәге уға донъя күрһәтергә тип ултыртып алған була. Шулай осоп барғанда бер мәл баҡа ҡыр өйрәгенең муйынын һыға башлай. Өйрәк бер тапҡыр иҫкәртә. Осоуға ҡамасаулайһың, тип. Ике. Ләкин баҡа тағы ла нығыраҡ өйрәк муйынын һыға. Асыуы килгән ҡыр өйрәге бер генә һелкенеп ҡуя... һәм баҡа аҫҡа табан оса. Мин дә, ошо ҡыр өйрәге кеүек күп кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙам. “Башҡортостан” гәзитендә эшләгәндә, мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәргә мәҡәлә яҙып биргәнем булды. Исем шәрифе – уныҡы, мәҡәлә – минеке.
– Мәҡәлә яҙып бирҙең? Ни өсөн?
– Ул журналист йәш. Тәжрибәһе юҡ. Эшләп китһен тип. Юғиһә, эш күрһәтмәһә, ҡыуалар. Шундай “уҡыусыларымдың” берәүһе, мәҫәлән, әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетында уҡытып йөрөй. Йәғни, уның үҫеп китеүенә мин дә булышлыҡ иттем.
– Әлбиттә. Мин ярҙам иткән күптәр, осрашһаҡ, минең ярҙам иткәнде иҫкә ала. Ә мин уға ярҙам иткәнемде онотҡанмын. Тимәк, кешеләргә изгелегем тейеүе, уларҙың рәхмәте, минең өсөн иң ҙур ҡыуаныс. Мәҫәлән, юлда берәйһен ултыртып алһам, аҡса алмайым. “Миңә һеҙҙең ихлас әйткән рәхмәтегеҙ еткән”, – тим. Ә ҡатын-ҡыҙға: ”Был аҡсағыҙға балаларығыҙға кәнфит алығыҙ” – тип кире бирәм. Ошо изгелек ҡылыу ниндәйҙер көс бирә. Үҙем аңламайым, ләкин көсләнәм ошо мәлдә.
– Уҡыусылар Сөләймән Латиповты фельетонсы булараҡ та белә. Ошо хаҡта һөйләшеп алайыҡ.
– Фельетон – минең яратҡан жанр. Ун йыл яҙырға өйрәндем. Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов, Нур Ғәлимов, Рәдиф Тимершин – уҡытыусыларым. “Һәнәк” журналы минең өсөн мәктәп булды. Үҙемдең уҡытыусым Марат Кәримов аҙаҡ былай тине:” Мин “һәнәк” журналын һинең фельетондарыңды уҡыр өсөн генә алдырам. Сөнки, һин уҡытыусыларыңды уҙҙырған берҙән бер шәкерт”. Был һүҙҙәр бәлки мине ҡупайтыр өсөн әйтелгәндер, бәлки, баһалыр. “Һәнәк”тән тыш үҙемдең шәхси рубрикалар менән төрлө гәзиттәрҙә баҫыла башланым. “Йәшлек” гәзитендә “Йәшлек уғы – йәшен уты”, “Ҡыҙыл таң”да – “Сәләм, ҡоҙа!”. “Башҡортостан” гәзитендә рубрикаһыҙ сыҡты фельетондарым.
2009-2010 йылдарҙа “Ҡыҙыл таң”да аҙнаһына бер тапҡыр “Сәләм, ҡоҙа!” рубрикаһын алып барҙым. Бер мәл хатта, туҡталышта торһам, оло ғына ханым эргәмә килде лә: “Сәләм, ҡоҙа!” – тип һаулыҡ һорашты. Мин уның һаулығын алдым да, уйға баттым: кем булды әле был, ҡоҙағый тип өндәшергәме, әллә ҡоҙасамы, бер ҙә төҫмөрләмәйемсе... Әллә ҡатыным яғынан ҡоҙасаларҙың берәй ҡоҙағыйымы икән...
Минең шулай баш ҡатырып уйланғанды күҙәтеп торҙо ла: “Һин мине белмәйһең. Ә мин һине беләм. Һин – Сөләймән Латипов-ҡоҙа!” – тип, тағы аптыратып ҡуйҙы. Шунан йылмайҙы ла: “Һин бит, “Сәләм, ҡоҙа!” тип фельетондар яҙаһың. Мин ана шуларҙы уҡыусы ҡоҙағыйҙарыңдың берәүһе. Һиңә рәхмәт, ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡлап шундай яҙмалар тыуҙырыуыңа”, – тип автобусҡа ултырып китеп барҙы. Ә мин, шул рәхмәтте күкрәгемә ҡаҙалған орден һымаҡ ҡабул итеп, уға ҡул болғап ҡалдым.
– Тормош юлыңа, үткәндәргә тағы бер күҙ ташлап алайыҡ әле, Сөләймән ағай.
– Бөрйән районынанмын, шуға ла күкрәгемде кирәм. Тимер ауылында тыуғанмын, Иҫке Тарыуалда үҫкәнмен. Эйе, Урал батыр эпосындағы Тарыуал ҡарттың исеме бирелгән бик матур ауыл. Әсәйемдең туғыҙ балаһының иң өлкәне мин. Әсәйемде ауылда “ир-Фариза” тип йөрөттөләр. Бүрәнә ҡырҡып, үҙе өй һалды. Елдереп йөрөп бесәнен сапты. Хатта бесәндә бер ваҡытта ла ашар өсөн туҡтамай ине. Кеҫәһенә аҙығын ала ла, эш араһында ғына ҡапҡылап өлгөрә лә, йүгереп бесән саба. Туғыҙ балаһына ла иғтибарын биреп үҫтергән батыр әсәй ул.
– Бала саҡта кем булырға хыяллана инең?
– Һәйбәт кеше булырға. Бәләкәй сағымда, ауылдаштарыма ҡарап, мин үҫкәс, һеҙҙе ҡыуандырасаҡмын әле, тигән уйҙар башыма ингәнен хәтерләйем. Тормошҡа ашты. Әсәйемде, иҫән сағында, драматург булып китеүем менән ҡыуандыра алдым. Ауылдаштарым да ғорурлана. Илле йәшлек юбилейымды “Көнләш, Америка, көнләш!” комедияһы менән тыуған районым ауылдарында ҡуйып, гөрләтеп үткәреп ебәргәйнек. Сәхнәлә уйнарға тейешле ун ике артист егерме дүрт булып китте. Ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Ирек Зарипов үҙе саҡырып, оло байрам ойошторҙо. Бала саҡ хыялым ошолайыраҡ булып бойомға ашты.
– Ҡарап торам да, малай сағыңда шуҡ булғанһыңдыр, тим...
–Һәр мәлдең үҙ шаянлыҡтары булырға тейеш. Кеше баҡсаһына төшөп ҡыяр урлауҙар, ҡыҙҙарҙың сәстәренән тартып илатыуҙар, дәрестә буштан-бушҡа көлөп ултырған өсөн бөтә мәктәп алдында “яуапҡа тарттырылыуҙар”, һуғышыу, туҡмалыуҙар... Әгәр беҙ бала саҡта шуларҙы үтмәһәк, үҫкәс, ауырға тура киләсәк. Сынығыу үтеү ул.
Архангель районы гәзитендә эшләгәндә, бик тәртипле балалар уҡыған мәктәптә булырға тура килде. Ул мәктәп балалары шул тиклем тәртипле ине, миңә улар йәл булды. Уларҙың йылмайғанын күрмәнем. Хатта түҙмәнем, уҡытыусыларына үпкә белдереп, әйтеп тә ҡайттым, балаларҙың бала сағын уралағанһығыҙ, тип.
“Тамаша” журналында мин баш мөхәррир булып эшләй башлағандан, бында бик күп йәштәр ҡанат нығытты. Мәҡәлә яҙырға, әңгәмәләшергә, аралашырға өйрәнеп алалар ҙа, бүтән баҫмаларға күсәләр. Улар беҙҙә сынығыу үтә ине. Тәүге бешеп етеңкерәмәгән яҙмаларын уҡығас, мин уларға:”Бына әле һин ҡоланың,” – тим. “Ә ни өсөн ҡоланың, беләһеңме? Сөнки һин алға бараһың. Юлың шыма ғына булһа, дөрөҫ булмаҫ ине. Тик торһаң да ҡоламаҫ инең. Ҡолағанһың икән, тор ҙа алға ынтыл!” Балалар ҙа шулай булырға тейеш.
– Һиңә мөхәббәт тәү тапҡыр ҡасан, нисегерәк килде?
– Алтынсы класта уҡыған саҡта, үҙемдән ике йәшкә кесе ҡыҙыҡайға ғашиҡ булып, хистәремде белдереп, хат яҙып ебәргәйнем. Хатты уҡыу менән, ҡыҙый йүгереп килеп хатты үҙемә тотторҙо ла: “Нишләп минән улай көләһегеҙ, ағай?“ – тип ҡысҡырып илай башлағайны, ныҡ ҡурҡтым. Шунан был өлкәлә тәүге аҙым яһарға оҙаҡ ҡына ҡурҡып йөрөнөм.
Ә ысын мөхәббәтем менән мин тормош ҡорҙом, балалар үҫтерҙем, һаман да яратып йәшәйем. Ул – минең илһамым, һөйөклө ҡатыным, балаларымдың әсәһе һәм ижадташ дуҫым Хәмдиәм. Әле лә эштән ҡайтҡансы һағынып ҡайтып инәм.
– Әйткәндәй, драматургияға ниндәй юлдар килтерҙе?
– “Пионер” журналында эшләп йөрөгән саҡ ине. Зарема Әхмәтйәнова минең хикәйәләрҙе уҡып барған да, һиндә диалогтар көслө, пьеса яҙырға кәрәк, ти. Драматургия закондарын белмәһәм дә, үҙ һиҙемләүем менән балаларға уйлап сығарып һөйләгән әкиәтте пьеса итеп яҙҙым. Өфөләге академтеатрға алып киттем. Рафаэль Сафин тәнҡит һүҙҙәрен, шунан өмөт бағлауын әйтте. Артабан Милли йәштәр театрына килдем. Азат Нәҙерғолов, юҡ, был пьеса түгел, тип кире борҙо. Ҡурсаҡ театрында ла алып ҡалманылар. Был ҡаршылыҡтарҙан мин сәмләндем генә. Барыбер драматург буласаҡмын, тинем. Татарстанға почта аша һалдым ошо уҡ пьесамды. Һалдым да, оноттом...
Бер мәл, эштә ултырһам, мине телефонға саҡыралар. Татарстандан икән. “Ҡараҡ бесәй” спектакленең премьераһына ҡасан килеүемде һорайҙар. Бына ошо бесәй минең юлымды тәүгә уңышлы ғына итеп “ҡыйып” үткәндән һуң, минең пьесаларҙы үҙебеҙҙә ҡуя башланылар. Бөгөнгә утыҙ туғыҙ пьесам ҡуйылды. Һуңғыһы Дағстанда бара әле.
Быларҙан тыш “Городок” тапшырыуын ҡарай-ҡарай, беҙҙең телевидениела ла “Кәмит” булһын ине, тип тырыштырып ҡараным. Унан тыш комедия театры ойоштороп, бер ни тиклем гастролдәрҙә йөрөп алдыҡ. Әммә беҙҙә шаяртыуҙы, халҡыбыҙҙың йор һүҙен аңлаусылар юҡмы... Ауырға тура килде.
– Америка президенты Билл Клинтонға ла китап бүләк иттең бит әле...
– 2000 йылда сербтар менән мосолмандар араһында ҡаты һуғыш бара ине. Был ғәрәсәтте Америка президенты Билл Клинтон туҡтатты. Тап шул мәлдә үҙебеҙҙең “Китап” нәшриәтендә минең “Америка кейәүе – 1” юморескалар китабы сират көтөп ята ине. Һуғыш тамамланыуға ныҡ шатландым. Нәшриәткә йүгереп килеп, китаптың тәүге битенә: “Был китабымды кешелек донъяһына һәм минең яҡын дуҫым Америка президенты Билл Клинтонға бағышлайым”, тигән яҙыу өҫтәп өлгөрҙөм.
Ошо йылда китабым донъя күрҙе. Ҡулыма алған тәүге дананы посылка итеп Билл Клинтонға һалдым. Европалағы башланып китергә торған һуғышты туҡтатҡан өсөн рәхмәт әйтеп хат яҙҙым.
Егерме ете көн үтеүгә яуап хаты алдым.
– Эйе, ул яуап хатын гәзиттәр ҙә баҫып сығарҙы. Иҫләйем, хат былайыраҡ ине: “Ҡәҙерле Сөләймән! Күңел биреп яҙған хатығыҙға, бүләгегеҙгә рәхмәт! Ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләп, америка президенты Билл Клинтон”.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.