Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Сентябрь 2019, 11:04

Эт менән эт булма икән

Эт менән эт булма икән...

Эт менән эт булма
Апаруҡ ҡына хеҙмәт иткәндән һуң, 12-се заставаға командировкаға ебәрҙеләр. Бында яҡташым, Сәйетбаба ауылы егете Миңнур Йәнешев хеҙмәт итә икән. Ҡосаҡлашып күрештек.
Бер көн:
– Әйҙә, минең этте һынап ҡарайыҡ, – ти Миңнур. – Һин бына ошо ҡом өҫтөндә эҙеңде ҡалдыр ҙа анау юлдан йүгер. Ҡырға сыҡма.
“Бәй, юлдан ғына барғас, мине һуҡыр ҙа таба инде ул”, – тип уйлап ҡуйҙым, ләкин дуҫҡа әйтмәнем.
Байтаҡ ҡына йүгерҙем. Бара торғас, теге уй мейене сүкей башланы. Туҡта, мәйтәм, ил сиген боҙоусы юлдан йөрөймө ни? Ҡыҙыҡ итәйем әле быны, тип тайгаға инеп киттем. Әҙме-күпме ара үттем, һаҙлыҡ башланмаһынмы!.. Ниңә тайгаға кергәнемә үкенә башланым. Ни эшләргә? Артҡа ла китеп булмай. Хәйер, артты-алды, уңды-һулды юғалтҡайным инде: ҡайҙа ҡарама — ҡара урман... Шулай ҙа, сама менән, әгәр туп-тура ғына барһам, Уссури йылғаһына сығасағымды һиҙәм. Ағас төптәренә һикерә-һикерә, бысраҡҡа батып, хәлдән тайып барып сыҡтым һыу буйына. Хәҙер инде йылға ағымына ҡаршы атлаһаң – застава...
Әле уйлаһам, тән семерҙәп китә: шунда һаҙлыҡ упһа, йә йылан саҡһа (унда йылан күп ине), йә башҡа берәй хәлгә тарыһаң... Бөткәнме ни!.. Һөйәгеңде лә тапмаҫтар. Миңнур дөрөҫ әйткән, юлдан ғына йөрөргә кәрәк. Эт менән эт булма икән...
Читайте нас: