Һайлауҙан һуңғы тынлыҡ еңеүсе күрһәткестәренең ваҡ-төйәк бәхәстәрҙән юғары тороуы менән аңлатыла. Беренсе һығымта – республикала әлегә тиклем хәҙерге властҡа ҡарата оппозиция юҡ һәм яҡын киләсәктә уның барлыҡҡа килеүе тойолмай. Икенсеһе – республикала ғәмәлдә булған аҙмы-күпме сәйәси көстәр Радий Хәбировтың тантаналы шарттарҙа әйләнеп ҡайтыуына әҙер булмай сыҡты. Яңы һайланған Башлыҡтың көслө командаһы бар, ул республикалағы проблемаларҙы яҡшы белә һәм уларҙы хәл итергә әҙер. Иң мөһиме, һайлауҙарҙа тауыш биргәндәр иҫәбенән 1,8 миллион самаһы кеше Радий Хәбировҡа ышанды, уның 11 айлыҡ һөҙөмтәләрен һәм эш стилен хупланы.
Шуға күрә Радий Хәбировтың 82 проценттан ашыу тауыш йыйып Башлыҡ булып һайланыуын алдан уҡ фаразларға мөмкин ине. Ләкин еңеүсенең триумфын да, бер нисәшәр процент йыйған ҡалған етәүҙең дә хис-тойғоларын аңларға мөмкин. Ябай арифметика. Еңеүсе 82 проценттан ашыу йыйған икән, ҡалған 17 процентты етәү араһында ғәҙел бүлеү һис тә мөмкин түгел. Бөгөн, мәҫәлән, коммунистар ризаһыҙлыҡ белдерә. Биш йыл элек үткән ошондай уҡ һайлауҙарҙа коммунистарҙың лидеры Юнир Ҡотлоғужин ун процент йыйып, икенсе урындағы сәйәсмән вазифаһын лайыҡлы ғына үтәгәйне. Был юлы һөҙөмтә ҡойтораҡ булып сыҡты, булыр-булмаҫ, тулыр-тулмаҫ 7 процент. Башҡортостан коммунистарының хәлен аңларға була, бындай шаңғытҡыс еңелеүҙән һуң һандар менән ҡәнәғәт булмағандар “ойоштороу мәсьәләһен” ҡыҙыл байраҡ һымаҡ болғай башлай. Онотмаһағыҙ, иҫегеҙгә төшөрәм, “оргвопрос”, бына йөҙ йылдан ашыу инде, һәр коммунист өсөн карьераның аҙағы һәм башҡа юғалтыуҙар.
Шунса ғына тауыштар йыйыу өсөн батинка туҙҙырып, ваҡыт уҙҙырып йөрөү кәрәк булдымы икән? Ҡотлоғужиндың зарланыуҙарын еңелеү сәбәптәрен икенселәргә япһарыу тип кенә аңлатыр инек, әгәр бәхәскә Рәсәй коммунистары (КПРФ) үҙәк комитеты ағзаһы, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Ющенко килеп ҡушылмаһа.
Александр Ющенко: “Компартия Башҡортостандағы һайлау һөҙөмтәләрен таный ә Юнир Ҡотлоғужиндың киреһен раҫлауы уның шәхси фекере булып тора. Һайлауҙар үтте, һөҙөмтәләр билдәле, Ҡотлоғужин кампания үткәрҙе, уның үҙ ҡарашы бар. Был – Ҡотлоғужиндың шәхси фекере. Кисә үҙәк комитет һөҙөмтәләрҙе барланы, Тывалағы һайлауҙар, Татарстан Республикаһындағы күрһәткестәр буйынса һорауҙар бар. Башҡортостан буйынса һорауҙар булманы”.
Шулай булғас, һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.