1985 йыл. Еврей автономиялы округының Биробиджан ҡалаһында хәрби күнекмә үтеп, Уссури йылғаһы буйында ятҡан Бикин ҡалаһына (ҡала тимәһәң, хәтере ҡалыр) килдек. Беҙҙе заставаларға бүлеү ниәте менән плацҡа теҙеп ҡуйҙылар. Асфальтҡа заставаларҙың һаны яҙылған. Өлкән лейтенант исемлек уҡый, заставаңдың һанын әйтә һәм һин шунда барып баҫаһың. Алдан әйтәйем: ул саҡта Афғанстанда һуғыш бара ине, һәм беҙҙең Бикин погранотрядынан да маневр төркөмөн шунда ебәрәсәктәрен яҙа-йоҙа ишетеп ҡалғайным. Офицер минең исемде әйтте, 1-се застава, тине. Теләр-теләмәҫ кенә “заставама” табан атланым һәм... “Мангруппа” тигән яҙыуҙы күреп, тот та шунда барып баҫ. Һуғыш уйыны уйнап үҫкән малайлыҡ үтмәгән, күрәһең, һуғышҡа барам, йәнәһе.
Ниһайәт, бүлеү бөттө. Мангруппаның командиры, ниндәйҙер капитан, саф буйлап һалдаттарҙы ҡарап йөрөй. Бына ул эргәмә килеп туҡтаны ла, аптырағандай, миңә баштан-аяҡ күҙ йүгертеп сыҡты. Кәүҙәм бәләкәй булыуына ғәжәпләнгәне һиҙелеп тора бының. Бүтәндәр минән бер башҡа тиерлек ҙурыраҡ. Бер аҙ торғас, капитан икеләнгәндәй:
– БМП (хәрби пехота машинаһы) аккумуляторын күтәрә алаһыңмы һуң? – тип һораны.
– Күтәрәм, – тим, күҙ ҙә йоммай.
– Үҙеңде күтәреп йөрөргә тура килер. Бармай, – тип ҡәтғи ҡарар сығарҙы был.
Әлбиттә, ауылда тауҙар артылып, бесән сабып, утын һөйрәп, атайһыҙ, ауыр эш башҡарып үҫкәнде белһә, минән дә шәп кандидат тапмаҫ ине ул “афған”ға. Ярай әле белмәгән, тим хәҙер. Барыбер кешегә тоҫҡап ата алмаҫ инем, моғайын. Хәйер, кем белә?
Ә БМП аккумуляторына килгәндә, ул саҡта 100 килограмды күтәреп, һалдаттарҙы аптыратҡайным. Ләкин иң ауыры капитандың “Үҙеңде күтәреп йөрөргә тура килер” тигән һүҙе булды. Был һүҙҙе, әрменән ҡайтыуыма тиҫтәләрсә йыл үтһә лә, күтәрә алмайым. Кеше һүҙенән дә ауыр йөк юҡ донъяла...