Ләкин һүҙебеҙ бөгөн бәхетһеҙҙәр исемлегендә урын алған 88 мәрхүм хаҡында. Эйе, быйыл Рәсәй ял итеүселәре араһында 88 ҡорбан теркәлгән. Төрөктәр үҙҙәре быны ябай аңлата, йәнәһе, кешеләр күп килә, тимәк, мәрхүм булыусылар ҙа арта бара.
Ҡорбандар иҫәбен барлау шуны күрһәтә, Рәсәй халҡы үҙен һыуҙа тота белмәй, батып үләләр, улар бик ҡыҙыҡһыныусан, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә теләһә-ҡайҙа тығылып баралар. Күпселек осраҡта матди зыянды страховка ҡаплай, ләкин йыш ҡына “бөтәһе лә түләнгән” тигән һылтау менән номерҙағы барҙы көн һайын бушатып тороу ҙа ҡайғылы һөҙөмтәләргә килтерә. Етмәһә, спиртлы эсемлектәр эсеүҙән вафат булғандар өсөн страховка түләнмәй.
Рәсәйҙең Төркиәләге илсеһе Алексей Ерхов әйтеүенсә, яҡташтарыбыҙға үҙ һаулыҡтарын ҡайғыртырға өйрәнергә кәрәк. Эскелек кенә етмәгәйне, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланған өлкән йәштәгеләргә бындағы һауа бөтөнләй килешмәй, инфаркт, фалиж осраҡтары йыш текәлә.
Зөлхизә ЯРМУЛЛИНА фотоһы.