Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Сентябрь 2019, 17:05

Телеграмма

Әбүзәрҙең хәтер һандығы

Бер телеграмма тарихы
Ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып йөрөйөм. Телеграмма килтереп тотторҙолар. Уҡыйым: “Сердечно поздравляю с Новым годом и предстоящим Вашим 30-летием. Берегите себя, тогда Ваш большой талант будет сбережен. Обнимаю. Мустай Карим”. Ышанманым. Өфөлә эшләп йөрөгән әшнәләр шаяртҡандыр, тим. Ана-а-ау тиклем Мостай Кәрим Ташаҫтылағы (минең тыуған ауылым) ниндәйҙер бер “малай”ҙы ҡотлап ята буламы һуң?! Шулай ҙа күңел төбөндә өмөт күҙҙәре йылтырап ҡуйҙы: бәлки...
Бер-ике йылдан һуң минең ғүмер йомғағым Өфө тарафына тәгәрәне. “Йәшлек” гәзитендә эшләп йөрөйөм. Бер көн Рәлис Ураҙғолов, Мөнир Ҡунафин, Булат Тимерғәлиев һәм мин һөйләштек тә Мостай ағай менән әңгәмә ҡорорға ниәтләнек. Киттек ағай тәғәйенләгән ваҡытҡа. Ул беҙҙе күңел ҡоласын йәйеп ҡаршыланы. Байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ, сәйҙән ауыҙ иттек.
Хушлашыр алдынан Мостай ағай минән һорап ҡуйҙы:
– Утыҙ йәшең менән ҡотлап телеграмма һуҡҡайным, алдыңмы?
– Юҡ – тинем. Быныһын шайтан телдән тартып сығарҙы булыр. – Беҙҙә почта насар йөрөй, – тип тә өҫтәтте иблес ялсыһы.
Шуның менән бөткән дә булыр ине, ләкин күңелдә шайтан менән килешмәгән зат та бар икән. “Кемде алданың, оятһыҙ!..” Үҙем кисергән ғазаптарҙы теге шайтан ғына белә, сөнки ул минең ғазаптан рәхәт сикте, кинәнде: оло гонаһ эшләтте бит...
Ваҡыт тирмәне әйләнә. Бәхеткә, Мостай ағай менән тағы осрашырға насип булды. Һөйләшә-һөйләшә, һүҙ теге телеграммаға барып төртөлдө.
– Мостай ағай, – тим. – Ул телеграмманы алдым бит мин. Әле лә һаҡлана. Тик һеҙҙән түгелдер, дуҫ-иш шаяртыуылыр тип уйланым.
Мостай ағай мине үтә күреп торғандай, мәғәнәле итеп йылмайып ҡуйҙы.
Бына хәҙер килеп нимәләр хаҡында уйлайым мин: башта оло йәштәге Мостай ағайҙың хәтере хайран итһә, уның йәштәр ижадын да ҡарап барыуы, хатта уларҙың исем-шәрифен генә түгел, тыуған көндәренә тиклем белеүе аптыратты. Ә кешелеклеге һәм кеселеклеге хаҡында әйтеп тораһы түгел: бөйөктәр генә шулай була ала!
Хәбәр юҫығында шуны ла әйтәйем: телеграммала яҙылған “большой талант” тигән һүҙҙе дуҫтар ҡупыртҡан тигәйнем, бөгөн былайыраҡ фекер йөрөтәм. Мостай ағай төпкөл ауылда ятҡан бер йәш шиғырсы күңелен күтәрергә, ҡанатландырырға, үҙ-үҙенә ышаныс уятырға теләгәндер. “Береги себя” тигәне лә шуға ишара бит.
Мостай ағайға рәхмәт һүҙҙәрен үҙенә ҡысҡырып әйтмәһәм дә, ул минең күңелдә күптән йөрөй. Йөрөһөн. Әҙәм балаһы иң ҡәҙерлене генә күҙ ҡараһылай һаҡлаусан була!
Читайте нас: