Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Сентябрь 2019, 14:36

Инстаграм аша тура эфирҙа бала тапҡан. Был һеҙгә оҡшаймы?

Өфө ҡыҙҙарының береһе, барлыҡ Рәсәйгә билдәле блогер үҙенең һөнәрҙәш әхирәттәренең танауҙарына сиртте һәм барлыҡ хәбәрҙәр таҫмаһында йәлп итеп өҫкә ҡалҡып сыҡты. Фото: Дмитрий Кацубо

Берәүҙе лә ғәжәпләндерәһе түгел, интернеттың мөмкинлектәре киң, сикһеҙ, шулай булғас, йүгәнһеҙ. Был хаҡта нисегерәк һәм әҙәплерәк итеп әйтергә, ҡыҫҡаһы, һеҙ киноларҙа, хатта тормошта нисек бала яһағандарын күргәнегеҙ, бәлки, һынап ҡарағанығыҙ булғандыр. Бында ғәжәпләнерлек бер нимә лә юҡ, кем әйтмешләй, кешене төп инстинкт йөрөтә һәм йәшәтә.
Бер аҙ ситкә киттек. Хәҙер Рәсәйгә исеме билдәле блогерша яҡташыбыҙ хаҡында. Ул Инстаграм аша тура эфирҙа бәпесләгән. Был тарихи мәлде ун биш меңләп кеше күҙәткән, ҡыҙыҡайҙың ауырлығы 3600 грамм, буйы – 53 см. Шулай итеп, бала табыу сере барыһына ла мәғлүм хәҙер. Бәпәйҙәрҙе һыу буйынан, магазиндан, кәбеҫтә япраҡтары араһынан тапмайҙар, уларҙы ҡауҙы ла, ҡуян да, кендек әбейе лә килтермәй икән. Был хаҡта хәҙер балаларға ла билдәле. Хәйер, бында тыйылған, законһыҙ бер ни ҙә күрмәйем. Барыһы ла тәбиғи, әсәһе лә, балаһы ла иҫән-һау һәм бәхетле. Иҫән-һау була күрегеҙ.
Читайте нас: