Мин нисек шүрәле күрҙем...
Уҡырға төшмәгәнмен әле. Өлкәндәрҙең ен-пәрей, шүрәле кеүек заттар тураһында һөйләгәндәре бала күңеленә ныҡ һеңеп ҡалған, күрәһең.
Бер көн дуҫымдың өйөнә барып индем дә:
– Мин шүрәле күрҙем, – тип хәбәр һалдым.
Дуҫымдың әсәһе лә өйҙә ине, ҡыҙыҡһынып һорарға кереште:
– А-а-анауында, Ҡоламала (ауыл эргәһендәге тау исеме), – тим.
– Кит, булмаҫ... Ниндәйерәк һуң ул шүрәле тигәнең? – ти апай, көлөмһөрәп.
– Ысын, – мин әйтәм. – О-о-оҙон буйлы, шәп-шәрә бер бисәкәй. Мине күрҙе лә, ҙур имсәктәрен ошолайтып тороп арҡаһына ташлап ебәрҙе. Мине баҫтырырға уйлағандыр инде... Мин ни ауыл яғына һыпыртам ғына...
Ошо ваҡиға иҫкә төшә лә уйлап ҡуям: бәлки, хыял донъяһын хасил иткән орлоҡтоң тиртә башлауы шул булғандыр. Нимә генә тиһәң дә, шағир-яҙыусылар “шүрәле” күреүсән халыҡ бит ул...