Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Сентябрь 2019, 11:24

Ғәйепләү

Мине кеше үлтереүҙә ғәйепләнеләр...Был ваҡиға тураһында яҙырғамы-юҡмы, тип оҙаҡ уйландым.

Мине кеше үлтереүҙә ғәйепләнеләр...
Был ваҡиға тураһында яҙырғамы-юҡмы, тип оҙаҡ уйландым. Шулай ҙа теркәп ҡуйырға булдым: бер кемгә лә ғәйеп ташламайым, хөкөм итмәйем бит. Мәрхүмдәрҙең рухтары рәнйемәҫ, тим. Йәндәре йәннәттә булһын!
Яҙ айы ине. Бер көн өйөбөҙгә милиционер килеп инде лә мине алдына баҫтырып, һорау алырға тотондо.
– Ни өс-өс-өсөн у-у-ул малайҙы һыуға тө-төртөт тө-тө-төшөрҙөң? – ти милиционер ағай. Ул һаҡау һөйләшә ине. – Һө-һөйлә, юғиһә тө-төрмәгә ул-ул-ултыртам...
Ғүмеремдә милиция күрмәгән малай ни, илап тик торам.
Өләсәйем мине яҡлап маташа:
– Ниңә баланы ҡурҡытаһың? – ти милиционерға.
– Был малай кеше үлтергән! – ти тегенеһе.
Шулай бер-нисә көн минән һорау алып йөрөнө ул. Ҡурҡышымдан өйҙән дә сыҡмайым.
Ә фажиғәнең нисек булыуы тураһында аҙаҡ ҡына ишеттем. Баҡһаң, бер ауылдаш малай һыуға батып үлгән. Уның әсәһе, бахыр, баламды һыуға төртөп төшөргән тип, миңә ғәйеп ташлаған. Ул көндө мин күрше малайҙар менән уларҙың урамында көн буйы уйнап йөрөгәнмен – быныһын милиционер асыҡлаған аҙаҡ. Һәләк булған малайҙың балыҡ һөҙә торған “черпак” күтәреп, бер үҙе генә Еҙем буйына китеп барғанын күреүселәр ҙә булған.
Йылдар үткәс теге ҡатын да инәйемә: “Эй, Хоҙайым, улыңды ғәйепләп, гонаһ алдым инде. Анау нәмә ҡайтһа (ире төрмәлә ултыра ине), ниңә баланы ҡараманығыҙ тип туҡмауынан ҡурҡтым шул...” – тигән.
Ул апай ҙа, ағай ҙа мәрхүм инде хәҙер. Ҡабатлап әйтәм, йәндәре тыныс булһын. Минең күңелемдә уларға ҡарата рәнйеш тә, үпкә лә юҡ!
Читайте нас: