Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Сентябрь 2019, 18:29

Өфөнән бер полицейский килемдәрен күрһәтеүҙән баш тартҡан. Ярай ҙа дәрәжәһенә тейешле мөлкәте булмаһа...

Дәүләткә хеҙмәт итеүҙең бер уңайһыҙ яғы бар – йыл һайын былтыр күпме килем алыуың, күпме сығымың булыуын асыҡтан-асыҡ иғлан итеп барырға кәрәк. Эске эштәр министрлығында эшләүселәр ҙә дәүләт хеҙмәтендә. Тимәк, үҙҙәренең мөлкәтен йыл һайын күрһәтеп барырға тейештәр. Бында законһыҙ бер нимә лә юҡ, барыһы ла коррупцияға ҡаршы көрәш сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Ә бына Өфө ҡалаһының Эске эштәр идаралығынан бер полицейский 2018 йыл өсөн килемдәре һәм сығымдары хаҡында декларация биреүҙән баш тартҡан. Идаралыҡ тарихында был осраҡ беренсе тапҡыр теркәлгән. Ҙур дәрәжәле полковник, һис юғы, майор булһа, тағы бер хәл, ул да булһа – әгәр дөрөҫ хәбәр итһәләр – ППС хеҙмәткәре. Хәҙер халыҡ баш вата, әгәр ябай лейтенант, йә сержант декларация тултырыуҙан баш тарта икән, бының өсөн ниндәй килемдәргә һәм сығымдарға хужа булырға кәрәк?
“Көс структуралары” хеҙмәткәрҙәре араһында баш китерлек мөлкәткә эйә булыусылар юҡ түгел, тик быны декларацияңда теүәл һәм аныҡ итеп аңлата бел. Кем белә, бәлки өләсәйеңдән, йә олатайыңдан бер нисә тиҫтә миллион мираҫ ҡалғандыр. Шунан йөрө инде ришүәт алмауыңды аңлатып.
Тарихта ҙур байлыҡҡа полковниктар эйә булыусан. Мәҫәлән, Мәскәүҙә бер ябай полковниктың сейф итеп ҡоролған фатирынан туғыҙ миллиард һум сығарҙылар. Ә Именлек органдарында тир түгеүсе икенсе полковник фатирынан 12 миллиард һумдан ашыу аҡса тартып алғандар. Бындай миҫалдарҙы тиҫтәләп килтерергә мөмкин.
Ә Өфө полицейскийы бөтә илде аптыратты. Әллә, ысынлап та, эштән китергә теләгәнме? Юғиһә, чинына ҡарата алмағанмы, тигән фекерҙәр ҙә бар.
Читайте нас: