Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Сентябрь 2019, 10:24

Ен

“Бисмилла”ны ҡабатлай-ҡабатлай, ендең эргәһенән генә үттем дә йән-фарман йүгерергә тотондом.

Ен
Стәрлетамаҡтағы интернатта 5-семе, 6-сымы класта уҡып йөрөгән саҡ. Каникулға ауылға ҡайтырға сыҡтым. Ул саҡта машиналар һирәк йөрөй торғайны. Ҡараңғы төшөп китте. Күрше Иҫке Тайыш ауылына тиклем бер “Беларус” арбаһына ултырап килдем. Уҡлыҡая моронондағы тар ғына юлды йәйәүләп үтһәң – тыуған ауылым.
Әлеге урынға еткәйнем, юлдың ҡап уртаһында күбә ҙурлыҡ бер нәмә ултыра. Нимә икәнен айырырлыҡ түгел, ҡараңғыла шәүләһе генә шәйләнә. “Ен” тигән уй мейене телеп үтте. Ауылдаштарҙың, ошо урында ен күренә икән, тип һөйләгәндәрен йыш ишетә торғайным. Ҡурҡышымдан нимә эшләргә лә белмәйем. Ни алға, ни артҡа китеп булмай. Шулай ҙа, ни булһа ла булыр тип, һаҡ ҡына баҫып, алға киттем. “Бисмилла”ны ҡабатлай-ҡабатлай, ендең эргәһенән генә үттем дә йән-фарман йүгерергә тотондом. Артҡа әйләнеп тә ҡарамайым, бәлки, мине баҫтырып та киләлер әле...
Иртәгәһенә, ҡыҙыҡһыныуым еңеп, теге урынды барып ҡараһам, юл уртаһында күбә ҙурлыҡ таш тора. Баҡһаң, ауылдың ир-аттары юлды тарайтып ятҡан ҙур ташты алып ташларға теләгән икән. Иртәгәһенә түбәнгә тәгәрәттеләр уны.
Күңелгә шом һалып, тормош юлымда ла төрлө таштар ятты. Ҡаушап ҡалған саҡтар ҙа булғылай, ләкин артҡа сигенеү юҡ, ни булһа ла булыр – алға атлайым. Иң мөһиме – күңелемдә таш йөрөтмәйем...
Читайте нас: