Дүрт көн эшләү, өс көн ял итеү хаҡындағы хәбәрҙәр көндәр-көн нығыраҡ яңғырай. Ул беҙгә кәрәкме, ихтыяж бармы? Рәсәй Иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин: “Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү өсөн беҙ үтәргә тейеш мөһим талаптар бар. Иң тәүҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм эш хаҡы юғары булырға тейеш. Әгәр ошо шарт үтәлһә – эшселәрҙең юғары килеме, эш биреүселәрҙең юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге – дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү мөмкин тип иҫәпләргә нигеҙ бар”, – тип белдерҙе.
Министр фекеренсә, кешеләр йыш ҡына, был осраҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге кәмейәсәк, тимәк, эш хаҡын әҙерәк түләйәсәктәр, тип уйлай. Әгәр күберәк етештерһәк, эш хаҡы ла юғары булһа, беҙ башҡа мәьәләләрҙе лә еңел хәл итер инек, тип иҫәпләй тармаҡ министры.
Тарихтан мәғлүм, ярты быуат самаһы элек СССР киңлектәрендә биш көнлөк эш аҙнаһына күскәйнеләр. Ул осор өсөн ике көнлөк ял “коммунизм төҙөүсе” дәүләттә яҡты киләсәккә тос аҙым, хөр йәшәү билдәһе сифатында ҡабул ителгәйне. Шуға әҙер булайыҡ, ике көн ял итеп өйрәнгәс, өсәүлеһенә лә күнербеҙ әле.
Мосолман дәүләттәрендә йома ғүмер баҡый ял, инсандар иркенләп мәсеткә йөрөй, изге ғәмәлдәр ҡыла.