Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Сентябрь 2019, 22:40

“Ағиҙел”дә ҡунаҡта-Зәкиә Ҡунаҡасова

Бөгөн редакциябыҙға Хәйбулла районынан Зәкиә Ҡунаҡасова исемле апай килеп керҙе. Күптәнге уҡыусыбыҙ, авторыбыҙ был юлы ла буш ҡул менән килмәгән - яңыраҡ Зәкиә апай Өфөлә китап баҫтырыу ҡыуанысы кисергән. “Иләс-Турат ауылына ҡағылышлы мәғлүмәттәр һәм фольклор – ауыҙ-тел ижады” тип аталаған йыйынтыҡтың исеменән үк аңлашылыуынса, бында ауылдың тарихына арналғанматериалдар тупланған. “Был китапты мин ҡасандыр диплом эшем итеп яҙғайным. Уны тулыландыра, байыта, үҫтерә килә, ошондай китап килеп сыҡты. Ул студенттарға, аспиранттарға, ауыҙ-тел ижады менән ҡыҙыҡһыныусы уҡытыусыларға файҙалы буласаҡ”, – тине автор. Зәкиә Ғибәт ҡыҙынан китапта бәйән ителгән берәй легенданы һөйләп ишеттереүен һораныҡ. Сайтыбыҙҙағы яҙманы һеҙ ҙә тыңлағыҙ.

Зәкиә Ҡунаҡасова яҙмаһы: https://yadi.sk/d/MgoUz_6cZn1KRw
Читайте нас: