Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Сентябрь 2019, 10:31

Яҙмышымды ел хәл итте...

Яҙмышымды ел хәл итте...

Яҙмышымды ел хәл итте...
Минән ике йәшкә өлкән ағайым бер көн, интернатҡа уҡырға барам, тип дәртләнеп йөрөй башланы. Беҙҙең ауылдан Ишембай ҡалаһындағы интернатта уҡып йөрөгән бер тиҫтере уның күңеленә ҡотҡо ойотҡоһо һалған икән. Ағайымдың хәбәре минең ҡолаҡҡа ла килеп эләкте бит, әй. Туҡтале, мин әйтәм, нишләп әле ул ғына городской булып йөрөргә тейеш! Етмәһә, интернатта уҡыған теге малайҙың кейеменә йәбештерелгән матур ғына эмблема, ялтыр төймәләр күҙҙе ҡыҙҙырҙы. Һоҡланырлыҡ та, беҙҙең кеүек саңға батып бөткән ыштан-күлдәк кейеп йөрөмәй, хатта дәрәжәһен белеп, теш араһынан ғына сертләтә төкөрөп ҡуя. Элегерәк танауын тартып, шым ғына йөрөй ине, ҡала килешкән быға.
Ағайым менән тотондоҡ документтар йыйырға. Ул саҡта мин өсөнсө класты тамамлағайным, ағайым бишенсене тоҙлаған. Шуға күрә, мине интернатҡа ебәрмәйәсәктәрен самалай үҙенсә, артынан эйәреп йөрөүемә әллә ни иғтибар итмәй. Пускай, йөрөһөн, тиҙер. Шулай итеп, күрше ауылдағы мәктәптән характеристика яҙҙырып алдыҡ, медпункттан белешмә бирҙеләр. Мин “документтарымды” ҡәҙерләп ҡуйынға тыҡтым, ағайым фуражкаһының эсенә һалып, башына кейҙе. Ҡанатланып, хыялдарға бирелеп ҡайтып киләбеҙ шулай. Уҡлыҡаяның Ташморон тигән еренә еткәс, бер ағай осрап: “Ни эш ҡырып йөрөйһөгөҙ?” – тине. Ағайым ни, городской булыуы менән маҡтанырға самаланы, шикелле, фуражкаһын сисеүе булды, ҡағыҙҙарын ел осороп алды ла китте. Артынан йүгереп, ҡаяға уҡ үрмәләй башланы был. Тоторһоң!.. Елдең ҡойроғо барҙыр шул! Күккә менеп китте ҡағыҙҙары, күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙоҡ. Шунан ағайым арыу ғына итеп бер һүгенде лә: “Суҡынып китһен ҡалаһы!” – тип, ҡул һелтәне.
Бына шулай барып эләктем мин Стәрлетамаҡтағы интернатҡа, йәғни яҙмышымды ел хәл итте.
Читайте нас: