Башлыҡ вазифаһын башҡарыусыға бер үҙенә ҙур яуаплылыҡты алыу еңел түгелдер. Башлыҡ билдәләгән ыңғай йүнәлештәрҙе һәм башланғыстарҙы Хөкүмәт күтәреп алырға һәм тормошҡа ашырырға тейеш. Сәйәсәт һәм иҡтисад барлыҡ илдәрҙә лә шулай ҡоролған. Башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки алдынғы илдәрҙең тәжрибәһе шул хаҡта һөйләй.
Беҙгә ҡалһа, былтыр октябрҙә республикала власть алышынғандан һуң беҙ Хөкүмәт премьер-министрының бармы-юҡмы икәнлеген дә һиҙмәй ҡалдыҡ. Радий Хәбиров үҙенең заманса ойоштороу һәләте, талапсанлығы, әгәр кәрәк булһа, ныҡлы ҡулы менән һүлпәнлекте һәм баш-баштаҡлыҡты күрә алмауын, эште яңыса ойоштороуға ихтыяждың ҙурлығын тос ҡына итеп аңлатып бирҙе инде. Төшөнә алмай йонсоғандарға түбәнерәк вазифалар тәҡдим иттеләр, йә яңы эш эҙләргә ҡуштылар. Бында ғәжәпләнерлек бер яңылыҡ та юҡ. Әгәр етәксе, башлыҡ булһынмы, министрмы, үҙ урынында өмөттө аҡламай икән, уның урынына икенсеһе килә.
Радий Хәбиров үҙе белгән кешеләр, һыналған команда менән идара итеүгә өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә Хөкүмәт премьер-министры вазифаһына дәғүәсене “Коммерсантъ” республиканың хәҙерге етәксеһе эргәһенән эҙләргә тәҡдим итә һәм “Эшлекле Рәсәй” фирҡәһенең рәйестәше Андрей Назаровтың фамилияһын атай.