Кисә Софиянан шаҡ ҡатырғыс хәбәр килде. Болгария сит ил эштәр министрлығы СССР-ҙың немец фашистарына ҡаршы көрәшен һәм еңеүен Европаны азат итеү түгел, киреһенсә, ҡоллоҡҡа, тоталитаризмға батырыу тип таныуҙы талап итте.
9 сентябрҙә Софияла Рәсәй тарафынан ойошторолған “Көнсығыш Европаны нацизмдан азат итеүгә 75 йыл” тигән күргәҙмә асылырға тейеш икән. Шул сәбәпле, Болгария сәйәсмәндәре тарихты яңынан яҙырға тотонған да инде. Был белдереү Рәсәй яғында ғәжәпләнеү тойғоһо уятты.
Болгария дипломаттары бының менән генә сикләнмәне, Рәсәй тарафынан ойошторолған күргәҙмәне илдең эске эштәренә ҡыҫылыу тип баһаланы. Бына һиңә ҡалмаһа, ә беҙ уларҙы һыналған дуҫтар тигән булабыҙ.
Әгәр беҙ еңеүҙе һаҡламаһаҡ, бына шулай юҡ итеп тә ҡуйырҙар.
Ә һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ?