“Әкрен генә поезд ҡуҙғала башлай. Ғәҙел үрелеп ҡул болғай. Унан йәнә, йәнә… Унда, дуҫтары эргәһендә, тормошоноң матур бер өлөшө тороп ҡалғанын да белә ул. Ә алда, боролоштоң аръяғында, уны икенсе донъя көтөп тора. Тик быныһы ла уның яҙмышы. Башҡа бер кемдеке лә түгел. Ғәҙел ана шуның, үҙ яҙмышының, ҡыуаныстарын да, һынауҙарын да бер тигеҙ күтәреп, алға барырға ла барырға тейеш. Үҙ өлөшөнә ниҙәр яҙылғанын да әлегә белмәй ул, ләкин офоҡ аръяғында матур киңлектәр асыласағына бөтә күңеле менән ышана. Ә ышанысы һәм өмөтө булған кеше бирешмәй. Шулай яҙылған…” –
Америкала йәшәгән яҙыусы Фәниҙә Исхаҡованың “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр...” тигән романының аҙағы һағышлы, шул уҡ ваҡытта өмөтлө уйҙарға һала.
Әхтәм Зарипов 1935 йылдың 15 июлендә Илеш районы Тәжәй ауылында тыуып үҫкән. М. С. Щепкин исемендәге театр училищеһын, Бөтә Союз телевидение һәм радиотапшырыуҙар хеҙмәткәрҙәренең институтын тамамлаған. 1961 – 1972 йылдарҙа – Татар академия драма театры актеры, 1987 – 1994 йылдарҙа – “Татарстан” телевидениеһының Ҡаҙан телестудияһы баш режиссеры. Тиҫтәләгән телефильм һәм телеспектакль сценарийы авторы, ҡуйыусы режиссеры. Был һанда уның балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең яҙмышын сағылдырған “Күпер” тигән повесын тәҡдим итәбеҙ.
Драматург һәм прозаик Наил Ғәйетбайҙың әҫәрҙәре интригаларға ҡоролоуы менән айырылып тора. Журналыбыҙҙа уның бер юлы ике хикәйәһен уҡып ҡыуанырһығыҙ.
Шулай уҡ билдәле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла һуңғы осорҙа проза өлкәһендә ҡыйыу аҙымдар яһай. Авторҙың “Ҡайтыу” тип аталған хикәйәһе күңелдең нескә ҡылдарына сиртә, хатта күҙҙәргә йәш төйөлә.
Был юлы “Ағиҙел” журналы шиғриәт һөйөүселәрҙе шағирҙар Рауил Шаммас, Риф Әхмәҙиев, Лариса Абдуллинаның әҫәрҙәре менән һөйөндөрә.
Сөләймән Йәнғәле улы Латипов – әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш исем. Уның үҙенсәлекле драма әҫәрҙәре Башҡортостандың, башҡа төбәктәрҙең театр сәхнәләрендә уңыш менән барҙы. Шулай уҡ сатира һәм юмор өлкәһендә үткер ҡәләме менән танылған әҙиптең бер нисә проза китабы донъя күрҙе. Бөгөн “Тамаша” журналына етәкселек иткән яҙыусы ниндәй өмөтхыялдар яҡтыһында йәшәй, үткәндәргә боролоп ҡарап, ниндәй һығымталар яһай – ошо һәм башҡа һорауҙар менән уға мөрәжәғәт иттек. Драматург менән Салауат Әбүзәров әңгәмә ҡорҙо.
Зөфәр Толомғужин тиҫтәнән ашыу китап авторы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Һеҙҙең иғтибарға уның “Ташҡын тауҙарҙан башлана” тигән хәтирәһен тәҡдим итәбеҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар, “Ағиҙел” журналы Һеҙгә киләме? Халҡыбыҙҙың рухи байлығы тупланған баҫманан мәхрүм ҡала күрмәгеҙ. Беҙ бергә булғанда ғына көсөбөҙ артыр, ҡаршылыҡтарҙы еңә алырбыҙ. “Ағиҙел” һәр саҡ Һеҙҙең менән!