Иң ҡыҙығы шул, мәғариф министры үҙенең наҙан икәнлеген таныған һәм артабан уҡырға, белемен камиллаштырырға, хаталарын төҙәтергә вәғәҙә биргән. Һеҙгә сәйер тойолмаһын, беҙҙекенән айырмалы, Украинаның мәғариф министрын наҙанлығы өсөн ғәфү иткәндәр һәм артабан эшләргә ҡушҡандар.
Шунан һуң, әлбиттә, социаль селтәрҙәрҙә тауыш башланған, низағ әле лә дауам итә. Украина Хөкүмәтендә яңы мәғариф министры Анна Новосадтың яңы ғына эшләй башлауына һылтанғандар.