Мәскәүҙә 2019 йылға Ҙур әҙәби премия лауреаттары билдәле булды. Уларҙың исемен Рәсәй Яҙыусылар союзында атанылар. Улар араһында яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы, драматург Флүр Ғәлимов та бар. Әҙип был юғары премияға “Покаяние над пропастью” тигән трилогияһы өсөн лайыҡ булған.