Беҙҙең яҡтарҙан йәй буйына туристар өҙөлмәй. Малай-шалай уларҙың ҡайтып киткәнен һағалап ҡына торабыҙ. Улар йә ҡармаҡтарын, йә эшкә ярарлыҡ башҡа ваҡ-төйәк нәмәләрен ҡалдыра...
Бер көн, туристар ҡайтып киткәс, өс-дүрт малай улар төйәкләгән урынға киттек. Йөрөйбөҙ тегенеһен-быныһын ҡараштырып. Ҡояш нурында ялтырап ерҙә ятҡан бер нәмә иғтибарымды йәлеп итте. Ҡараһам – сәғәт. Күҙ яуын алып торған ҡул сәғәте! Ҡайышы ла (браслет тигән һүҙҙе ишеткән юҡ ине әле) һуҙылмалы һары тимерҙән эшләнгән. Затлы табышымды, башҡаларға әйтеп тормай, шым ғына кеҫәгә тығып ҡуйҙым. Юғиһә, өлкәнерәк берәй малай һалдырып алыуы көн кеүек асыҡ.
Өйгә ҡайтҡас, урҙаға эленгән кейем-һалым араһына тығып ҡуйҙым быны. Шунан алып иң ғазаплы көндәрем башланды. Урамдан үтеп барған туристарҙы күрһәм, сәғәт таптырып, туп-тура беҙгә килеп инерҙәр һымаҡ. Ишек асылһа ла һиҫкәнеп китәм. Йоҡом йоҡо түгел, сәғәт төшкә керә башланы. Баш ҡатты бит, нимә эшләргә лә белеп булмай.
Түҙемлек һынды барыбер: матур ҡул сәғәтен Еҙем буйына ташлап киттем. Шунан һуң ғына тынысландым.
Хәләл мал булмаһа, урлап алмаһаң да тынғылыҡ бирмәй икән...