“Ағиҙел” журналы редакцияһына билдәле яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов килде. Әлбиттә, буш ҡул менән түгел, “Хәтерҙәге хәтирәләр” тигән ҡалын папка килтергән. Тимәк, киләсәктә уҡыусыларыбыҙ ҙа яҙыусының күстәнәсенән ауыҙ итәсәк, тигән һүҙ был.
Быйыл журналыбыҙҙың дуҫтарын Хәйҙәр Тапаҡов “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” тигән повесы менән ҡыуандырғайны. Уны күптәр яратып ҡабул итте.
Һеҙҙең иғтибарға “Хәтерҙәге хәтирәләр”ҙән бер яҙма тәҡдим итәбеҙ.
Юлсырмын. Туҙанға батып, кейемдәремде сырыштырып, бысратып, буша-ған ҡапсығымды болғап ҡайтып инәм дә бер аҙ ял иткәндән һуң тағы сә-фәргә йыйына башлайым. Уңғансы кейем таҙартылған, үтекләнгән, ҡапс-ығым да ниғмәттәр менән нышып тултырылған. Күңел дә туҡ, кәйеф тә кү-тәренке. Әсәйем ғәҙәтенсә ауыл осона сығып оҙатып ҡала. Бер ни тикл-ем ара киткәс ҡайырылып ҡарайым, ул юл ситенә баҫҡан да башын эйеп тора… Хәҙер ҡайтһам төйәгемдәге ҡайындар баштарын эйеп тәлгәштәрен болғап ҡалалар. Мәғрур ҡарағайҙар, Аҡ Таш сусағы ғына нисек бар шулай. Улар баш эйеү өсөн яратылмаған.
Бер ҡайтҡанында улым һорай ҡуйҙы:
– Атай, һеҙ мин юҡ саҡта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ ул!
– – Нимә менән тип, һәр ата-әсәнең йәшәүе билдәле, баланы ҡаршы ала, шунан оҙата…
Тел төбөмдө, кинәйәмде аңламаны ғәмһеҙ, вайымһыҙ көлөп кенә ҡуйҙы.
Улымды тағы юлға оҙатырға сыҡтым. Йән һығылып күңел болоҡһоһа ла тура баҫып тороп ҡалдым. Ҡаялар сыҙамлы, ҡарағайҙар баштарын эймәй. Һәр хәлдә шуларға оҡшарға тырышам…