Беҙ бәләкәй саҡта ауылға кино һирәк-мирәк килә торғайны. Әлеге шикелле һәр өйҙә телевизор ҙа юҡ. Малайҙар йыйылышып китһәк, кемдәр ниндәй кино ҡараған, шул турала ауыҙ тултырып һөйләшәбеҙ.
Бер көн мин дә кемдәндер ишеткән кино тураһында һөйләй башланым. Исеме генә хәтерҙә ҡалған – “Месть и закон”. Эй, һөйләйем, эй, һөйләйем, малайҙар ауыҙ асып тыңлай.
– ...Теге яуыз ағай был яҡшы ағайҙың ике ҡулын да ҡылыс менән өҙә сапты ла ҡуйҙы... – тим.
– Шунан-шунан? – тип сабырһыҙлана былар.
– Бер заман, – тип дауам итәм. – Был ағай ҡулын сабып өҙгән теге кешене осратты. Эй, һуғышып киттеләр. Теге яуыз ағай ҙа бирешмәй...
– Шунан-шунан? – малайҙар өтөп алып бара.
– Шунан ни... Был ағай биленән бысағын алды ла, тегене сәнсте лә ҡуйҙы...
Малайҙар геү итеп ҡалды, шарҡылдап көлөргә тотондолар:
– Ҡулһыҙ кеше нисек хәнйәр тота алһын!
Шунда ғына хатам башыма барып етте: “Мин һөйләгән ағайҙың ҡулы юҡ ине лә баһа!”
Оятымдан ер тишегенә керерҙәй булдым...
Ҡарамаған кино тураһында һөйләп, бына шулай көлкөгә ҡалдым. Хәҙер үҙем күрмәгән хәл тураһында һөйләргә тырышмайым: “ҡул” үҫтереп ҡуйыуҙан ҡурҡам.