Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында спиртлы эсемлектәрҙе тыйылған шарттарҙа һатыу мәсьәләһе ҡаралды. Ултырышта килтерелгән миҫалдар һәм яңғыраған һандар эскелеккә ҡаршы көрәштең дәүләт тарафынан эҙмә-эҙлекле ойошторолоуы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ҡыйғы, Шишмә райондарында ялған араҡы етештереүсе цехтар фашланған, 68 енәйәт эше асылған, 8 миллион һум штраф һалынған.
Был көрәшкә халыҡ күтәрелеп сыҡҡан, Эске эштәр органдары менән 340 рейд үткәрелгән, ялған араҡы һатыу буйынса мең ярымдан ашыу йәшерен нөктәнең эшмәкәрлеге туҡтатылған.
Былтыр ете айҙа ялған араҡы эсеүҙән 212 кеше вафат булһа, быйыл шундай 113 осраҡ теркәлгән.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров: “Был күрһәткес беҙҙә кешеләрҙең ике тапҡыр кәмерәк һәләк булыуы хаҡында һөйләй. Беҙ йөҙ кешенең ғүмерен ҡотҡарҙыҡ. Был бик етди күрһәткес. Беҙгә артабан да көрәшергә кәрәк. Кемдәр эшләгән, мин уларға рәхмәт әйтәм. Беҙҙе оҙайлы көрәш көтә, беҙҙең аралағы дошман бик хәйләкәр, сөнки бизнес бик емешле. Өфө ҡалаһының Калинин һәм Орджоникидзе райондарын ҡарарға кәрәк. Беҙ ял кафеларына ҡаршы түгел, ләкин улар ялған араҡы һатыу өсөн һылтауға әйләнмәһен. Әйҙәгеҙ, сентябрҙә ауыл сходтары үткәреп, эштәрҙе барлап, яңы пландар ҡорайыҡ”, – тип саҡырҙы.
“Ағиҙел” журналы менән “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө “Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ” акцияһын дауам итә һәм һеҙҙән яңы материалдар көтә. Ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш, ялған араҡы һатыусыларҙы фашлау бер ваҡытта ла туҡтарға тейеш түгел. Үкенескә ҡаршы, ауылдарҙа был ҡара эш менән шөғөлләнеүселәр табылып тора. Тик улар үҙҙәренең бизнесын хәҙер үтә йәшерен ойоштора һәм табыш сығанағын юғалтырға теләмәй. Ошо фашлауҙарҙан ҡурҡып, йәнәһе, ҡурҡыныс, тигән һылтау менән эсемлектәргә хаҡты арттырғандар, тигән хәбәрҙәр килә.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш нисек ҡуйылған?