Ә ябай халыҡ был хаҡта ишетәме икән? Сөнки торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн бурыс күләме йылдан-йыл арта бара. Бына һуңғы мәғлүмәттәр: Рәсәй халҡының бурысы, 2019 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса, 5,4 процентҡа артҡан һәм 564 миллиард һумға еткән, шуның 164 миллиарды – йылылыҡ өсөн.
Социологтар бурысты халыҡтың йәшәү кимәленең түбән булыуы менән аңлата. Бурыстар хаҡында Владимир Путин белә икән, ул Хөкүмәткә иҡтисади күрһәткестәрҙең тотороҡло үҫеүен тәьмин итергә ҡушҡан. Бында идарасы компанияларҙың нәфсеһен тыйыусы закондар юҡлығы ла ҡамасаулай. Ә төҙөлөш министрлығы халыҡты йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеүсе предприятелар менән туранан-тура килешеүҙәр төҙөргә тәҡдим итә.