Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Август 2019, 17:25

Балаңды мәктәпкә кем оҙатыр икән? Өфө мәктәптәренең яртыһында уҡыу ике сменала ойоштороласаҡ.

2019 йылдан республика мәктәптәре Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса биш көн уҡыу тәртибенә күсә. Ошоға ярашлы, Башҡортостанда “Тематик шәмбеләр” проекты старт ала.

Аныҡлап әйткәндә, яңы уҡыу йылынан 128 мәктәптең 65-ендә уҡытыу эштәре бер сменала ойоштороласаҡ. Ҡала хакимиәте башлығының урынбаҫары Алина Сөләймәнова раҫлауынса, был ифрат шатлыҡлы күренеш. Сөнки “Талпынып ос” форумында бер сменала уҡыусы балалар иҫәбе күпкә түбәнерәк булған.
2019 йылдан республика мәктәптәре Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса биш көн уҡыу тәртибенә күсә. Ошоға ярашлы, Башҡортостанда “Тематик шәмбеләр” проекты старт ала. Әлеге ваҡытта БР Мәғариф министрлығы “Хәүефһеҙ шәмбе”, “Этношәмбе”, “Һөнәр һайлайым”, “Сәләмәт шәмбе”, “Экологик шәмбе”, “Патриотик шәмбе”, “Мәҙәни шәмбе” программаларын әҙерләй.
2 сентябрҙә барлыҡ мәктәптәрҙә линейкалар, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы еңеү дәрестәре ойоштороласаҡ.
Күңелде шул ҡыра, Өфөлә уҡытыуҙы ике сменала ойошторған мәктәптәр һаны
күп икән. Ата-әсәләре һәм өлкәндәр эштә, уҡыуҙа булған ғаиләләрҙә башланғыс
кластарҙа уҡыған балаларҙы мәктәпкә әҙерләү элеккесә мәшәҡәткә әйләнмәгәйе.
Читайте нас: