Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Август 2019, 12:09

Автобустар телде беләме?

Башҡортса “һөйләшкән” автобустар.

Башҡортса “һөйләшкән” автобустар.
Өфө ҡалаһының урамдарында йөрөгән автобустарҙа туҡталыштарҙы рус һәм башҡорт телендә иғлан итеүҙәрен ишетеп, күңелде ғорурлыҡ тойғоһо солғап алды. Ысынлап та, ҡала маршруты автобустарында туҡталыштарҙы башҡорт телендә иғлан итеү Республикабыҙға Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән саҡта индерелгәйне. Ләкин етәкселек алмашынғас, был мөһим мәсьәләгә ҡул һелтәнеләр, шикелле.
Аллаға шөкөр, һуңғы ваҡытта дикторҙың яғымлы тауышы туҡталыштарҙы башҡортса ла иғлан итә. Бәлки, үҙ телебеҙҙә “һөйләшкән” автобус берәү генәлер тип шик тыуғас, башҡаларына ла ултырып ҡараным. Былары ла башҡортса “һөйләшә”!
Хәйер, бөтә автобустар ҙа башҡорт телен “белә” тип уйламайым. Шулай ҙа әлеге башланғыс ҡыуандырҙы.
Һеҙҙә хәлдәр нисек? Башҡортостандың баш ҡалаһында ғына түгел, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында ла автобустар дәүләт телен белергә тейеш! Телебеҙгә, республиканың төп халҡына ихтирамдың бер күрһәткесе был!
Читайте нас: