Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Август 2019, 11:36

Ҡылсыҡ

Әбүзәрҙең хәтер һандығы

Ҡылсыҡ
Бер саҡ өс дуҫ малай Еҙем буйына балыҡ тоторға сығып киттек. Бер дуҫыбыҙ атаһының ауын алған. Бәләкәй инек, ау менән балыҡ тоторға ярамағаны башҡа инеп тә сыҡманы. Йылға эсендә ятҡан ҙур бер ташты уратып ауҙы һалдыҡ та, таш аҫтын таяҡтар менән гөжгөләргә тотондоҡ. Эре-эре балыҡтар ауға килеп һуғылмаһынмы, саҡ һөйрәтеп сыҡарҙыҡ. Балыҡсылар теле менән әйткәндә, ҡолас ҙурлыҡ ун бер ажау эләккән ине. Балыҡтарҙы күргән дуҫыбыҙ: “Малайҙар, ау – атайымдыҡы! Шулай булғас, балыҡтар ҙа миңә булһын”, – тине. Ике малай бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та: “Ярай!” – тип ҡул һелтәнек.
Ихлас әйтәм, балыҡтарға күҙ ҡыҙһа ла, йәл түгел ине, ләкин дуҫтың ошо ҡылығы ғына балыҡ ҡылсығы шикелле күңелгә ҡаҙалып ҡалды...
Читайте нас: