“Ағиҙел” журналы редакцияһына шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина килеп, ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Тормош иптәше, үкенескә ҡаршы, арабыҙҙан иртә киткән Нияз Мәһәҙиев менән берлектә ижад иткән “Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” тигән ҡалын китабы донъя күргән икән.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған был йыйынтыҡҡа республикабыҙҙың төп байлығы – күренекле шәхестәре, аҫыл зыялылары менән әңгәмәләр һәм мәҡәләләр тупланған. Унда әҙиптәребеҙҙең ижади тормош юлы ғына түгел, ә республикабыҙ яҙмышы, тел, милләт тураһында уйланыуҙары, хәл-ваҡиғаларға ҡараштары, беҙҙе уратып алған донъяға мөнәсәбәттәре, ғаилә, мөхәббәт кеүек мәңгелек темаларға ҡараштары ла сағылдырыла.