Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2019, 13:55

“Һөт иле”ндә булғандар – бәхетле. Һөт эстек, байрам иттек, күңел астыҡ.

“Һөт иле”ндә булғандар – бәхетле.Һөт эстек, байрам иттек, күңел астыҡ.

“Һөт иле” йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала. Хәҙер ул Салауат Юлаев майҙанына ғына һыймай, эргәләге урамдарға ла хужа булды. Ғүмер буйы ҡалала йәшәп, тере һыйырҙарҙы, быҙауҙарҙы, кәзәләрҙе һәм һарыҡтарҙы тағы ҡайҙа күрерһең? Иркәләргә, яратырға, хатта икмәк ҡаптырырға мөмкин. Килгән һәр кешегә һөт ҡойҙолар, иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар.
Ысынлап та, Башҡортостандың һөт иле булырлығы бар. Байрам күргәҙмәһе менән республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты һәм юғары баһа бирҙе. Ошонда уҡ төбәктең төп һөт етештереүселәре үҙ мөмкинлектәрен күрһәтте. Ауыл хужалығына аҡса һалыусы эшҡыуарҙар менән һөйләшеү эшлекле иртәнге аш ваҡытында ла дауам итте. Башҡортостан Рәсәйҙә иң күп һөт етештергән төбәктәрҙең береһе. Былтыр 1,65 млн. тонна һөт етештерелгән, был Рәсәйҙә икенсе күрһәткес.
– Әле беҙ үҙебеҙ инвесторҙар эҙләп йөрөйбөҙ, – тине Радий Хәбиров. – Оҙаҡламай, улар үҙҙәре беҙгә сиратта торасаҡ. Беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар. Шуға күрә, рәхим итегеҙ! Беҙҙә майҙандар етерлек, бай тәжрибә тупланған, тәжрибәле кадрҙар бар.
“Һөт иле”ндә кешеләр көнө буйы ҡунаҡ булды. Төрлө ярыштар ойошторолдо, күңелле тамашалар күрһәтелде.
Ә сентябрь баштарында ҡалаларҙың төп майҙандарында муллыҡ байрамы – көҙгө йәрминкәләр башлана.
Читайте нас: